Химия буйынса бәйге Татарстанда 29 февралдән 3 мартҡа тиклем үткән. Унда илдең 60 иң көслө йәш химигы ҡатнашҡан. Вадим теоретик һәм тәжрибә турҙарын уңышлы үтеп, иң күп балл йыйған. Был, әлбиттә, уның тырышлығы, ныҡлы әҙерләнеүе, остаздарының дөрөҫ йүнәлеш биреүе һөҙөмтәһе.
Вадим Харисов 2023 йылда уҡыусыларҙың химия буйынса халыҡ-ара олимпиадаһында ла еңеүсе исемен яулағайны. Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!