+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
31 Март , 20:10

Ҡотлайбыҙ, Рәмзиә Шакир ҡыҙы!

 28 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсынының тантаналы йомғаҡлау сараһы уҙғайны. Ошондай матур сарала гәзитебеҙҙең дуҫы, Әлшәй районы  Раевка  гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзиә Шакир ҡыҙы Зарипованың да булыуы шатлыҡлы күренеш.

Ҡотлайбыҙ, Рәмзиә Шакир ҡыҙы!
Ҡотлайбыҙ, Рәмзиә Шакир ҡыҙы!

Конкурс быйыл 29-сы тапҡыр үткәрелде.
Конкурста Башҡортостандан һәм милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙән 55 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ҡатнашты.
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсы алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү, иң яҡшы уҡытыусыларҙы асыҡлау һәм туған тел уҡытыусыларының абруйын үҫтереү маҡсатында ойошторола.

Ошондай матур сарала гәзитебеҙҙең дуҫы, Әлшәй районы  Раевка  гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзиә Шакир ҡыҙы Зарипованың да булыуы шатлыҡлы күренеш.
“Тантаналы сараға саҡырылыуымды күргәс, эй, ҡыуандым, күктең етенсе ҡатына менгәндәй булдым.
Башыма ҡылт итеп, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның, шиғыр юлдары килеп төштө.
Яҡшымын тип күкрәк ҡағып сыҡма,
Халыҡ үҙе күрер, баһалар...
Ана бит, күрҙеләр, оҡшаттылар ,баһаланылар.
Атымды “йүгәнләп” Өфө тарафтарына елдем.

Еңеүселәр, лауреаттар, номинанттар араһында, мин дә бүләккә лайыҡ булыуыма бик ҡыуандым.
Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, баһалама рәйесе Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина үҙе, Өфө фән һәм технология институтының «Тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ» номинацияһының махсус призын тапшырҙы.
Ижади сәм, рух ҡомарым һүрелмәһен, коллегаларымдың эш тәжрибәһенән күп нәмәләр ҡумтама алтын бәрәбәр булып һибелһен”, – ти яҙа үҙенең сәхифәһендә Рәмзиә Шакир ҡыҙы Зарипова.

Беҙ ҙә ҡушылабыҙ ҡотлауҙарға! Һеҙгә уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ!

Ҡотлайбыҙ, Рәмзиә Шакир ҡыҙы!
Ҡотлайбыҙ, Рәмзиә Шакир ҡыҙы!
Ҡотлайбыҙ, Рәмзиә Шакир ҡыҙы!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: