+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
3 Апрель , 14:57

Олег Ханов — Рәсәйҙең халыҡ артисы!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Олег ХАНОВ Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Президент Владимир Путиндың был туралағы бойороғо рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. 

Олег Ханов — Рәсәйҙең халыҡ артисы!
Олег Ханов — Рәсәйҙең халыҡ артисы!

Олег Закир улы Ханов 1951 йылдың 11 авгусында Архангел районы Ҡыҙғы ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Оҙаҡ йылдар театр сәнғәте өлкәһендә хеҙмәт итә. 

Фото: bashdram.ru.

 
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: