-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
23 Апрель , 10:57

Ынйыгөл Гран-при алып һөйөндө

Яҙ ҡояшы үҙенең сағыу нурҙарын йомарт өләшкән көндәрҙең береһендә беҙҙең «Әкиәт» балалар баҡсаһы тотош бер мөғжизәләр иленә әйләнеп, үҙенең тылсым бишегендә бәүелтте. «Ҡурай», «Ынйыҡай», «Ал сәскә» төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре Мәҙинә Исҡужина, Урал Йәрмөхәмәтов, Әҙилә Хоҙайғолова, Ынйыгөл Әбделғазина, Йәнгүзәл Исҡужина сәхнәгә сығып, барыбыҙҙы хайран итте. Улар башҡорт халыҡ әкиәттәрен оҫта итеп һөйләне. Һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ.

Ынйыгөл Гран-при алып һөйөндө
Ынйыгөл Гран-при алып һөйөндө

Мәҙинә – моңло ҡурай, Әҙилә – Ай ҡыҙы Зөһрә, Урал – Һарыбай, Ынйы­гөл – ҡошҡа әйләнгән әсәй, ә иң кесе әкиәтсебеҙ – биш йәшлек Йәнгүзәл иң көслөһө кем икәне хаҡында һөйләп ишеттерҙе. Барлыҡ балалар ҙа лайыҡлы урындар яулап, грамоталар менән бүләкләнде.
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» бөтә донъя халыҡ әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләү буйынса ижади бәйгенең беренсе турында уңышлы сығыш яһаған Ынйыгөл Әбделғазина ҡала кимәлендәге турға сыҡты. Унда «Бер әсәнең зарыҡҡаны» башҡорт халыҡ әкиәтен бик оҫта башҡарып, Гран-приға лайыҡ булды!
Ынйыгөл әкиәтте аңлап, уны үҙенең сабый күңеле аша үткәреп, һоҡланғыс итеп сығыш яһаны. Моң һөйөүсән ҡыҙыбыҙ әкиәтен йыр менән тамамланы, һөйөклө әсәйҙәребеҙҙе яратырға, ихтирам итергә, ҡәҙерҙәрен белергә саҡырҙы.
Туған теленә, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына һөйөү тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәһенә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ә Ынйыгөлгә яңы уңыштар, үрҙәр теләп ҡалабыҙ.


Гүзәлиә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА, тәрбиәсе.
Сибай ҡалаһы.

Ынйыгөл Гран-при алып һөйөндө
Ынйыгөл Гран-при алып һөйөндө
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: