-12 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
5 Май , 12:00

Учалынан – еңеү менән

Учалылағы “Ғаилә” үҙәгендә “Иң яҡшы приют тәрбиәсеһе – 2024” зона бәйгеһе үтте. Унда Учалы, Мәсәғүт, Белорет һәм Хәйбулла балалар йорттарынан педагогтар ҡатнашты.

Учалынан – еңеү менән
Учалынан – еңеү менән

Уҡытыусылар үҙҙәре менән таныштырҙы, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Учалы приюты тәрбиәләнеүселәре Мәсәғүттән килгән Лилиә Йәһүҙина етәкселегендә бетеү эшләргә өйрәнде. Һуңынан улар махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ебәреләсәк.

Бәйге һөҙөмтәләре түбәндәгесә:

1-се урын – Лилиә Йәһүҙина (Мәсәғүт);

2-се урын – Наилә Сөнәғәтова (Белорет);

3-сө урын – Айгөл Усова (Учалы).

Гран-при иһә – Гөлфирә Италмасовала (Хәйбулла районы)!

Конкурсты “Заман”этнотөркөмөнөң сығышы биҙәне. Финалдан һуң барыһы ла Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты карьерына экскурсияға юлланды.

Учалынан – еңеү менән
Учалынан – еңеү менән
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: