Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә ҡотлау һүҙҙәрен яҙған:” Өфөлә Айһылыу Рәжәп ҡыҙына "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде. Үҙенең әҫәрҙәре менән халыҡ күңелендә ныҡлы урын биләгән шағирә, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы, «Баҙал» ижади берекмәһе ағзаһы, «Таң» гәзитенең алыштырғыһыҙ хәбәрсеһе Айһылыу Рәжәп ҡыҙы был исемгә күптән лайыҡ. Тыуған ерем, халҡым, тел-рух яҙмышы, тип янып йәшәгән һәм эшләгән райондашыбыҙҙың ошо юғары награданы алыуы беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс. Айһылыу Рәжәп ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Тынғыһыҙ, яуаплы эшендә ижади уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!”
Беҙ ҙә ҡушылабыҙ ҡотлауҙарға, Айһылыу Рәжәп ҡыҙы, һеҙгә һаулыҡ һәм тағы ла һоҡланғыс ижад емештәре менән халҡыңды ҡыуандырырға яҙһын!