Ул Баймаҡтағы 5-се мәктәптең уҡыусыларына “Йәншишмә” гәзитен яҙҙырып, белем усағына үҙе алып барып тора.
– Уҡыусыларҙың “Йәншишмә” гәзитен мәктәптә яҙҙыртып уҡыуҙары – минең өсөн дә ҙур ҡыуаныс, тимәк, милли баҫмабыҙ йәшәйәсәк! Тик ҡалабыҙҙа почта хеҙмәткәрҙәре етмәүе ауырлыҡтар тыуҙыра, халыҡ шуға борсола, – ти ҡаланың үҙәк почтаһы операторы Вәсимә Ишморат ҡыҙы.
Әлдә һеҙ бар әле донъяла! Һеҙгә рәхмәтлебеҙ, эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!