+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
16 Сентябрь , 15:37

Китап – ул хазина!

Ҡаланың ҡап уртаһында яңы магазин асылды. Йәнең теләгән авторҙы һәм китапты, шулай уҡ гәзит-журналдарҙы таба алаһығыҙ.

Китап - ул хазина!
Китап - ул хазина!

Ҡулыбыҙҙа китап булғанға ла,

Беҙ иманлы ил һәм халыҡбыҙ.

Рәшит ШӘКҮР.

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте 105 йыллыҡ юбилейы алдынан үҙенә ҙур бүләк яһаны. Ҡаланың ҡап уртаһында яңы магазин асылды. Йәнең теләгән авторҙы һәм китапты, шулай уҡ гәзит-журналдарҙы таба алаһығыҙ.

Китап – ул айырым мөғжизәләр иле, торғаны бер хазина. Кемдер китапты ҡулына алып уҡырға ярата, кемдер аудио тыңлай.

Магазинды асыуҙа арҙаҡлы шәхестәребеҙ ҡатнашты. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев: « Һәр өйҙә китапты һаҡлап ҡына тотҡандар. Китап – ул беҙҙең тормошобоҙ» –, тип үҙендә һаҡланған оло яҙыусыбыҙ Зәйнәб Биишеваның улы Юлайға яҙған хатын тапшырҙы.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова: «Һәр китаптың үҙ еҫе. Китапты яратығыҙ, күп уҡығыҙ, маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ», – тине.

Китап уҡыу кешенең зауығын, эске донъяһын байыта, уны матур, мөләйем итә. Уҡыу хәтерҙе һәм уйлау һәләтен яҡшырта. Һеҙҙең дә, дуҫтар, рухығыҙ байыһын!

Китап магазинында әҙәбиәтебеҙ саңланып ятмаһын, уҡыйыҡ, таратайыҡ, дуҫтар!

 

Фото:resbash.ru

Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас: