-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
27 Ноябрь , 13:58

Игеҙәк дизайнерҙар Евразия конкурсында I урын алған

Өфөлә йәшәгән Әбйәлилдең оҫта ҡуллы ҡыҙҙары  Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар Мәскәүҙә үткән "Этно-Арато" милли кейем юғары мода конкурсында еңеүсе исеменә лайыҡ булған.

Игеҙәк дизайнерҙар Евразия конкурсында I урын алған
Игеҙәк дизайнерҙар Евразия конкурсында I урын алған

"Миңзифа" бренды дизайнерҙары Евразияның "Этно-Эрато - 2024" юғары мода конкурсының "Ника" статуэткаһын алған. Дизайнерҙар "Заман" башҡорт милли кейеме элементтары менән заманса ҡатын-ҡыҙҙар кейеме коллекцияһын күрһәткән. Ҡотлайбыҙ!
Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматоваларҙың милли биҙәкле галстуктарын, түбәтәй, башлыҡ, шарфтары, кейемдәрен милләттәштәребеҙ ҙур теләк менән ала. Артабан да халҡыбыҙҙы матур эштәрегеҙ менән ҡыуандырып тороғоҙ, ҡыҙҙар. 

Фото: vk.com.

Игеҙәк дизайнерҙар Евразия конкурсында I урын алған
Игеҙәк дизайнерҙар Евразия конкурсында I урын алған
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: