+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
25 Декабрь 2024, 10:15

Ҡотлайбыҙ, Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы!

Беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, Башҡортостандың сәнғәт эшмәкәре, билдәле кинорежиссёр Вилүрә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВАның «Һыу инәһе» («Водяная») фильмы Рәсәй милли премияһының нәфис булмаған фильмдар өлкәһендә «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм» тип танылды!  Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙына һәм уның бөтә командаһына ысын күңелдән шатбыҙ! Был еңеү –тырыш хеҙмәт, талант һәм фиҙаҡәрлек һөҙөмтәһе!

Ҡотлайбыҙ, Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы!Ҡотлайбыҙ, Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы!
Ҡотлайбыҙ, Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы!

Әйткәндәй, был фильмды Рәсәйҙең Төбәк кино сәнғәтен үҫтереү фонды ярҙамы менән Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» студияһы төшөргән.

Фильм хаҡында гәзитебеҙҙең 51 һанында хәбәрсебеҙ Римма Баймырҙина яҙып сыҡҡайны.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас