+24 °С
Дождь
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
14 Января 2025, 11:22

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте

Коллегабыҙ Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы Хәкимова Рәсәй Журналистар союзының иң ҙур наградаһы - «Намыҫ. Лайыҡлылыҡ. Профессионализм» Почёт билдәһе менән бүләкләнде.

Хеҙмәтенә күрә –  хөрмәтеХеҙмәтенә күрә –  хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте

«Башинформ» агентлығының конференция залында Рәсәй матбуғаты көнө айҡанлы тантаналы сара уҙҙы. Беҙҙең «Йәншишмә» гәзитенең хәбәрсеһе Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы Хәкимова Рәсәй Журналистар союзының иң ҙур наградаһы - «Намыҫ. Лайыҡлылыҡ. Профессионализм» Почёт билдәһе менән бүләкләнде. Һөнәренең оҫтаһы булған хеҙмәттәшебеҙ республиканың уҡытыусылары менән тығыҙ бәйләнеш тота, үҙенең идеялары менән башҡаларҙы  эйәртә. Балалар матбуғатының үҫешенә тос өлөш индереүсе Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы төрлө көнүҙәк мәсьләләрҙе яҡтырта, гәзитте таратыуҙа әүҙем эшләй. Һәр бер геройының  күңел торошо менән йәшәй ул. Тынғыһыҙ хәбәрсебеҙ күптәргә өлгө күрһәтә, гәзитебеҙҙә махсус хәрби операция тураһында «Мин – әсәй янында, ә атай, ағай – ил һағында» акцияһын ойошторҙо. Тәжрибәле коллегабыҙ яугирҙар тураһында ентекләп, тәфсирләп яҙа, мәҡәләләренә илһөйәрлек, йәш быуынға ерһөйәрлек, телһөйәрлек, ватансылыҡ орлоҡтары, әҙәп-әхлаҡ, иман сатҡыһы һала.

Рухлы хеҙмәттәшебеҙгә яңы ижади проекттар, ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Хеҙмәтенә күрә –  хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә –  хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас