Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева призына халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың асыҡ район конкурсында ла 7 – 13 йәш төркөмөндә I урынға лайыҡ булған. Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатының V синыф уҡыусыһы Самир Латипов башҡорт халыҡ йыры "Ҡурай бәйете"н, "Башҡорт аты" тигән йырҙы башҡарған. Афарин!
Был конкурста Мәләүез районынан ғына түгел, республиканың төрлө төбәктәренән, хатта Силәбе өлкәһенән дә ҡатнашыусы булған. Сығыштарҙы абруйлы жюри комиссиһы баһалаған.
Фото: vk.com.