

Награданы республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан ҡыҙы яҙыусы, сценарист Зөһрә Бураҡаева алды.
Мәрйәм Сабирйән ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ! Уның "Тормош һабаҡтары" дәреслектәре, "Урал батыр мәктәбе" проекты, "Йәйләү" республика йүнәлешле лагеры һәм башҡа хеҙмәттәре йәш милләттәштәребеҙҙе милли рухта тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Мәрйәм Бураҡаева Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында тыуған. Хәҙер шундағы башҡорт гимназияһы уның исемен йөрөтә. Уҡытыусы, журналист булып, шулай уҡ мәғариф министрлығында эшләй. Халҡыбыҙҙың күренекле мәғрифәтсеһе БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Мәрйәм апайға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Фото: com.