+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
29 Май 2025, 05:40

Ғүмер байрамығыҙ менән!

Яҙҙың йәмле, ҡояшлы көнөндә хөрмәтле коллегабыҙ, «Йәншишмә» гәзите хәбәрсеһе Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы Хәкимованы күркәм юбилейын билдәләй. Бар ғүмерен балалар гәзитенә арнаған журналист бит ул.

Ғүмер байрамығыҙ менән!Ғүмер байрамығыҙ менән!
Ғүмер байрамығыҙ менән!

Хөрмәтле Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы, һеҙҙе ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, тормош юлығыҙҙа тик бәхетле миҙгелдәр осрап тороуын, бәрәкәтле оҙон, бәхетле ғүмер юлы, рух ныҡлығы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижад ҡомары, үҫеш-балҡыштар, ғаилә именлеге, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы, эш бәхете насип итһен Хоҙай. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеп, барлыҡ теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырып, йәшәү дәртегеҙҙе һүндермәй, тормош юлынан ғорур атлағыҙ.

Һеҙгә тынғыһыҙ һәм бик тә яуаплы эшегеҙҙә ижади үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ.  

«Йәншишмә»ләр.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас