+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
16 Июнь 2025, 11:30

Ҡотлайбыҙ, бейеүсе ҡолсоралар!

 Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис мәҙәниәт йортонда шөғөлләнгән "Йәншишмә" берекмәһе уҡыусылары Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән “Танцуй, Россия!” проектының онлайн конкурсында, йәғни тура эфирҙа ҡатнашҡан.

Ҡотлайбыҙ, бейеүсе ҡолсоралар!Ҡотлайбыҙ, бейеүсе ҡолсоралар!
Ҡотлайбыҙ, бейеүсе ҡолсоралар!

Мәртәбәле баһалама ағзалары йәш бейеүселәрҙе  юғары баһалаған. Бәләкәй  төркөм "Йәншишмә”ләре – 9, ә  урта төркөм бейеүселәре  8,7 балл йыйып, I һәм II урын  яулаған. Улар тәүге тапҡыр лауреат булған. Хәҙер йәш бейеүселәрҙе ярымфинал көтә.

 Бик шатлыҡлы күренеш, афарин! Уңыш һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!

Ҡотлайбыҙ, бейеүсе ҡолсоралар!
Ҡотлайбыҙ, бейеүсе ҡолсоралар!
Ҡотлайбыҙ, бейеүсе ҡолсоралар!
Ҡотлайбыҙ, бейеүсе ҡолсоралар!
Ҡотлайбыҙ, бейеүсе ҡолсоралар!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас