+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
28 Июль 2025, 12:13

Ҡотлайбыҙ!

"Аҡбуҙат" республика балалар журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллинаны матур ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ул 1975 йылдың 28 июлендә Дәүләкән районы Мәкәш ауылында тыуған. Мәктәп йылдарында балалар матбуғаты менән дуҫ булды, беҙҙең гәзиткә лә әүҙем яҙышып торҙо. Журналистика буйынса юғары белем алып, республика баҫмаларында эшләне, тәжрибә тупланы.

Лариса Абдуллина - Шәһит Хоҙайбирҙин, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Республикабыҙҙың әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә ул. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе.

Лариса Хашим ҡыҙының балалар матбуғаты өсөн янып-көйөүе лә маҡтауға лайыҡ. Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды ярҙамында "Мин - йәш шәһитсе" проекты буйынса медиамәктәп ойоштороп, башҡортса яҙышырға теләгән балаларҙы журналистикаға йәлеп итә. 

Лариса Абдуллинаға ижад шишмәһе һайыҡмауын, уҡыусылары тағы ла артыуын, бар матур башланғыстарының уңышлы тамамланыуын теләйбеҙ! 

Фото: com.

 

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас