

Мәғариф системаһында күп йыллыҡ емешле хеҙмәте, юғары профессионализмы, уҡытыу-тәрбиә процесын камиллаштырыуға ҙур өлөш индергәне, коллектив тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы советы Почет грамотаһы менән беҙҙең балалар баҡсаһы мөдире Ирина Зәһитйән ҡыҙы Лаврентьеваны бүләкләне.Бынан тыш, Профсоюздар Федерацияһы тарафынан өлкән тәрбиәсе Наталья Леонидовна Мөфтәхова ла күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм профсоюзда әүҙем эше өсөн билдәләнде.
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Улар беҙҙең коллективта өлгө булып тора.
Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы.