-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
30 Сентябрь 2025, 15:39

Журналисыбыҙға – Рәхмәт хаты

Бигерәк әүҙем шул беҙҙең "Йәншишмә" хеҙмәткәрҙәре!

Журналисыбыҙға – Рәхмәт хаты
Журналисыбыҙға – Рәхмәт хаты

Төрлө сараларҙа ҡатнашып ҡына торабыҙ. Әле бына "Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы" ойошмаһының төбәк бүлексәһе "Тере һүҙ. Урыҫ теле көсө" проектын тормошҡа ашырғайны. Уның барышында өс мәктәптә ҙур сара ойошторолдо: түңәрәк өҫтәлдәр, уйындар, осрашыуҙар, конкурстар үтте. "Йәншишмә"нең яуаплы сәркәтибе Лилиә Раил ҡыҙы Фазлетдинова һәм "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррир урынбаҫары Римма Фәйзулла ҡыҙы Баймырҙина был проекта әүҙем ҡатнашты: Өфө мәктәптәрендә генә түгел, Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияла ла булдылар. Улар уҡыусыларға башҡорт журналистикаһы, хәҙерге баҫмалар хаҡында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Балаларҙың да һорауҙары күп булды. Мәҫәлән, гәзит нисек сыға? Бер редакцияла нисә кеше эшләй? Улар нисек өлгөрә? Ә журналист булыр өсөн ҡайҙа уҡыталар?

Журналистарыбыҙҙың тырышлығы лайыҡлы баһаланды: ассамблея етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ошо көндәрҙә уларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Афарин!

 

Журналисыбыҙға – Рәхмәт хаты
Журналисыбыҙға – Рәхмәт хаты
Журналисыбыҙға – Рәхмәт хаты
Журналисыбыҙға – Рәхмәт хаты
Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас