-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
3 Октябрь 2025, 12:16

Лариса Сәхибгәрәеваны ҡотлайбыҙ!

Гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы, элекке йәш хәбәрсебеҙ Лариса Сәхибгәрәеваны Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһына лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Лариса Сәхибгәрәеваны ҡотлайбыҙ!
Лариса Сәхибгәрәеваны ҡотлайбыҙ!

Награданы Илеш районы хакимиәте етәксеһе Илдар Мостафин тапшырған.

Лариса Рәмил ҡыҙы оҙаҡ йылдар Илеш районында балаларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уҡыусыларында туған телгә, ваҡытлы матбуғатҡа, ижадҡа һөйөү тәрбиәләй.

"Йәншишмә" гәзитен алдырып, үҙе лә, уҡыусылары ла әүҙем яҙышып тора. 

Лариса Рәмил ҡыҙын эшенә лайыҡлы баһа алыуы, етеп килгән һөнәри байрамы менән ҡотлайбыҙ!

Артабан да редакция менән даими бәйләнештә булып, бергә-бергә эшләргә яҙһын!

 

Айҙар Минһажев фотоһы.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас