Рәсимә Рауил ҡыҙын районда ғына түгел, республикабыҙҙа ла күптәр яҡшы белә. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсының «Халыҡ педагогикаһын оҫта ҡулланыусы», «Өлгөлө дәрес» номинациялары, Рәсәй Федерацияһының «Иң яҡшы уҡытыусы-2019» бәйгеһе еңеүсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы.
Беҙҙең гәзиттең тоғро дуҫы ла ул. Мәктәптә «Ҡаурый ҡәләм» түңәрәген етәкләй. Уҡыусыларының ижад емештәре «Йәншишмә»лә баҫылып тора. Сәлимә Дәүләтшина, Зилиә Буранбаева, Зәлиә Алтынбаева, Азамат Ҡарағолов, Заһиҙә Моратшина, Илүзә Алтынбаева, Әлфинә Мостафина, Вәсилә Әйүпова, Диана Теләүсина йәш хәбәрсе исемен алды. Сәлимә Дәүләтшина менән Зәлиә Алтынбаева гәзитебеҙҙең Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияһына ла лайыҡ булды.
Уны һәм белем донъяһына юл асҡан, күп быуатлыҡ мәҙәни мираҫҡа һөйөү тәрбиәләгән, уҡыусыларҙың күңеленә матурлыҡ орлоҡтары һалған барлыҡ уҡытыусыларҙы ла һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс, күтәренке рух һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.