Водитель булып эшләүсе Рим Батыргәрәев тыуған көнө алдынан билет һатып алған һәм 1,5 миллион һум аҡса отҡан.
Тәүҙә шикләндем, ти ул. Ҡатыны ла ышанып етмәгән. Тапшырыуҙы ҡабатлап ҡарағас, һөйөнөстәренең сиге булмаған. Аҡсаны фатирҙарын ремонтлауға тотонорға уйлайҙар.