-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
20 Октябрь 2025, 15:13

Динислам Сафин һәм Линар Бәйетов та бүләкләнде

"Ҡолонсаҡ" I халыҡ-ара балалар һәм йәштәр спектаклдәре фестиваленең еңеүселәре билдәләнде.

Динислам Сафин һәм Линар Бәйетов та бүләкләнде
Динислам Сафин һәм Линар Бәйетов та бүләкләнде

Унда Рәсәй Федерацияһынан һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән профессиональ коллективтар ҡатнашты. Фестивалгә 2022 йылдан һуң сәхнәләштерелгән иң яҡшы 11 спектакль һайлап алынғайны.

Гран-приға Ҡаҙағстандан Аҡмола өлкә урыҫ драма театрының "Лютый" спектакле лайыҡ булды. 

Башҡортостандан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры - "Заятүләк менән Һыуһылыу", Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры "Бер ғүмер етмәй икән" спектакле менән ҡатнашты.

"Заятүләк менән Һыуһылыу" "Халыҡ эпосын үҙенсәлекле сәхнәләштереү" номинацияһы буйынса билдәләнһә, төп ролде башҡарған йәш актёр Линар Бәйетов жюриҙың махсус призына лайыҡ булды. 

"Бер ғүмер етмәй икән" спектакле "Көнүҙәк тематиканы үҙләштергән өсөн" тип билдәләнде. Малыш ҡушаматлы яугир роле өсөн йәш актёр Динислам Сафин фестивалдең "Икенсе пландағы иң яҡшы ирҙәр роле" номинацияһы еңеүсеһе булды.

Махсус хәрби операция геройы Фәнис Хөсәйеновты уйнаған Баййегет Мөхәрләмов та баһалама комиссияһының "Ҡаһарман роле өсөн" махсус призына лайыҡ булды. 

"Ҡолонсаҡ" фестивале театр коллективтары өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде. 

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында уҙғарылды. Ойоштороусыһы - Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры. Йәштәрҙә, балаларҙа театр сәнғәтенә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә был сараның әһәмиәте ҙур булыр, моғайын. Фестивалде өс йылға бер тапҡыр үткәреү планлаштырыла.

Фото: https://vk.com/kolonsak 

Динислам Сафин һәм Линар Бәйетов та бүләкләнде
Динислам Сафин һәм Линар Бәйетов та бүләкләнде
Динислам Сафин һәм Линар Бәйетов та бүләкләнде
Динислам Сафин һәм Линар Бәйетов та бүләкләнде
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас