-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
21 Октябрь 2025, 15:43

Һәләтлеләргә - Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары

– Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар! Хәйерле көн, әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтар! Бөгөн беҙҙе Мостай Кәрим рухы, Мостай Кәрим аҡылы бергә тупланы, – тип башланып китте Мостай Кәрим фонды гранттары менән бүләкләү тантанаһы.

Һәләтлеләргә - Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары
Һәләтлеләргә - Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары

 Ул йыл һайын Өфөләге халыҡ шағиры исемен йөрөткән 158-се башҡорт гимназияһының иң талантлы өлкән синыф уҡыусыларына тапшырыла.

Байрамға Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, Мостай ағайҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова үҙе һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар килгәйне. Гимназия уҡыусылары әҙиптең шиғырҙарын яңғыратты.

Кемдәр һуң быйылғы бүләкләнеүселәр? Барыһы ла яҡшы уҡый, төрлө кимәлдәге олимпиада, конкурстар, ярыштар еңеүселәре һәм призерҙары. Бына улар: Зөлхизә Ҡорбанғолова, Айҙар Хәлфин, Гөлсинә Ғимаева, Шамил Таулыҡаев, Айгүзәл Мортаева, Алан Заһретдинов, Аделина Дистанова, Даниял Фәттәхов, Наҙгөл Ҡолтаева, Тимур Хафизов. Әйткәндәй, Тимур – Рәсәй Федерацияһы спорт мастерлығына кандидат, һигеҙ тапҡыр Башҡортостан чемпионы, Рәсәй һәм республика йыйылма командалары ағзаһы, бишалыш буйынса төбәк ярыштары еңеүсеһе. Тантана мәлендә лә Бөтә Рәсәй ярышында булып ҡалды.

Айҙар иһә – «Минең профессиям IT» Бөтә Рәсәй конкурсы, физика буйынса уҡыусыларҙың асыҡ олимпиадаһы, «Чистая наука» республика фәнни-техник конференцияһы еңеүсеһе. Наҙгөлдөң дә ҡаҙаныштары байтаҡ. Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы, башҡорт теле, химия, физика олимпиадалары еңеүсеһе. Һәр грант эйәһе маҡтауға лайыҡ.

– Йыл һайын гимназияға йәш таланттар менән танышырға киләбеҙ. Грантҡа иң лайыҡлыларҙың конкурс буйынса һайлап алыныуы ҡыуандыра. Минең ҡарамаҡҡа бында ижади ҡарашлы һәм һәләтле уҡыусылар уҡый. Беҙ һәр ваҡыт балаларға өмөт, хыял төшөнсәләрен онотмауҙарын теләйбеҙ. Алға ынтылған, хыялдарына тоғро ҡалған йәштәр булғанда беҙ фондтың гранттарын киләсәктә лә тапшырасаҡбыҙ, әлбиттә, – тине бөйөк шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова ҡотлау телмәрендә.

Мостай Кәрим исемендәге фондтың гранттарын яулаған йәштәрҙе ҡотлайбыҙ. Артабан да уңыштарығыҙ күп булһын!

Автор фотоһы.

 

Һәләтлеләргә - Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары
Һәләтлеләргә - Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас