-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
1 Ноябрь 2025, 13:02

Байрамығыҙ менән, егерменселәр!

Гимназия – тыуған йортом,Киләсәге һин башҡорттоң!Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының 55 йыллыҡ юбилейы үткән “Торатау” конгресс-холында ошо юлдар яҙылған фотозона бар ине. Ысынлап та, шулай бит!?

Байрамығыҙ менән, егерменселәр!
Байрамығыҙ менән, егерменселәр!

1970 йылдың 1 сентябрендә арҙаҡлы шәхестәребеҙ Иҙел Агишев, Мөхәммәт Исҡужин, Рәми Ғарипов, Әкрәм Бейеш, Ким Әхмәтйәнов, Нияз Мәжитов, Әнүр Вәхитов, Булат Рафиҡов, Йыһат Солтанов, Диҡҡәт Бураҡаев, Әмир Сиражетдинов, Хәниф Вәлиев һәм башҡалар тырышлығы менән Өфөлә беренсе башҡорт мәктәбе асыла. Ул ваҡытта уҡыусылар йыйыу өсөн өйҙән-өйгә йөрөп, милләттәштәребеҙ менән аңлатыу эштәре алып барырға тура килә һәм баш ҡаланың төрлө тарафтарынан 500 бала йыйыла. Тәүге директоры Туғаҙаҡ Йәһүҙин була. Ул йылдарҙа Башҡортостандың мәғариф министры булып Фатима Мостафина эшләй. Шуға ла 1999 йылда белем усағына уның исеме бирелә, ә гимназия статусы 1992 йылда алына.

55 йыл элек йәш милләттәштәребеҙҙә туған телгә һөйөү тәрбиәләү, телебеҙҙе үҫтереү маҡсатында асылған мәктәп халҡыбыҙ өсөн бик ҡәҙерле, Өфөләге башҡа башҡорт гимназияларының "әсәһе" лә ул. Был уҡыу йортоноң абруйы ҙур, ара йыраҡлығына ҡарамай, балаларын нәҡ ошо гимназияла уҡытырға теләгән ата-әсәләр күп. Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы коллективы 55 йыл инде маҡсатына тоғро ҡалып, милли рухлы, зыялы башҡорт улдарын һәм ҡыҙҙарын тәрбиәләүен дауам итә. Уның сығарылыусылары араһында ғалимдар, күренекле әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре, төрлө ведомство, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәре бик күп. Юбилей тантанаһына ла элекке уҡыусылары, ветеран уҡытыусылар, ҡотлау өсөн абруйлы ҡунаҡтар килгәйне. БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Юлдаш Йосопов, “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы”ның төбәк бүлексәһе рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина һәм башҡалар алдынғы педагогтарға тырыш хеҙмәттәре өсөн лайыҡлы баһа – наградалар тапшырҙы. Гимназияның элекке уҡыусылары тантананы концерт номерҙары менән биҙәне.

– Мәктәбемә рәхмәтлемен. Мин унда остазымды осраттым. VI синыфта ҡурайсы-педагог Әҙеһәм Исҡужиндан бер йыл эсендә 100 көй уйнарға өйрәнергә насип булды. Аллаға шөкөр, миңә ҡурайҙа уйнау, ҡурайсы булыу бәхете тейҙе, – тине Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев һәм тамашасыларға ҡурай моңдарын бүләк итте.
Ысынлап та, уҡыусы остазһыҙ уңышҡа өлгәшә аламы икән? Был йәһәттән Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары бәхетле: балаларҙың һәләтен үҫтерергә ярҙам итеүсе көслө педагогтар күп бында. Уҡыусылар йыл һайын төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып, һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшә. Үткән уҡыу йылында Камилла Гәрәева технология буйынса республика олимпиадаһында еңеп, Рәсәй кимәлендә призер булған. Етәксеһе – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы Шафиҡова.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала Камилла Бикбулатова призлы урын яулаған. Етәксеһе – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Лилиә Ғилметдин ҡыҙы Бикбаева. Уның уҡыусылары башҡорт теле буйынса төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында ла әүҙем ҡатнаша: Гөлдәриә Сәғәҙәтова – еңеүсе, Кәрим Хөснуллин, Урал Усманов, Артур Рамаҙанов, шулай уҡ Нурзилә Дәүләтгәрәй ҡыҙы Шакированың уҡыусыһы Наҙгөл Кәлиева призер булған.

VII синыфтан Сафия Танһыҡҡужина - шашка буйынса спорт мастерлығына кандидат, халыҡ-ара ярыштарҙа I, призлы урындар яулай. Гимназияның йәш спортсылары волейбол, еңел атлетика һәм башҡа ярыштарҙа һынатмай.
Әле белем усағында 800 уҡыусы уҡый. 2022 йылдан гимназияла күп йүнәлешле белем биреү ойошторола. Өлкән синыфтар технология, социаль-иҡтисади, тәбиғи фәндәр буйынса бүленеп уҡый. Гимназистар төштән һуң төрлө предметтар буйынса өҫтәмә дәрестәрҙә белемдәрен арттыра. Йыр, ҡурай, шашка түңәрәктәре, секциялар гөрләп эшләй. Егерменселәрҙе “Осҡон” балалар ойошмаһы берләштерә.

Гимназияның үҙенең генә йолалары ла бар. Ике йылға бер тапҡыр “Фатима Мостафина уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһы ойошторола. Йыл һайын иң һөҙөмтәле эшләгән педагогтарға һәм уҡыусыларға Фатима Мостафина исемендәге премия тапшырыла. Уның исемендәге музей-кабинет та будырылған. Бөгөн белем усағын Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сулпан Мәүләүи ҡыҙы Уйылданова етәкләй.
Егерменселәрҙе матур байрамдары менән ҡотлайбыҙ! 20-се башҡорт гимназияһы киләсәктә лә үҙҙәре әйткәнсә, башҡорттоң киләсәге булып ҡалыр, тип ышанабыҙ.

Юлай Кәримов фотолары.

Байрамығыҙ менән, егерменселәр!
Байрамығыҙ менән, егерменселәр!
Байрамығыҙ менән, егерменселәр!
Байрамығыҙ менән, егерменселәр!
Байрамығыҙ менән, егерменселәр!
Байрамығыҙ менән, егерменселәр!
Байрамығыҙ менән, егерменселәр!
Байрамығыҙ менән, егерменселәр!
Байрамығыҙ менән, егерменселәр!
Байрамығыҙ менән, егерменселәр!
Байрамығыҙ менән, егерменселәр!
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас