Еңеүселәр йәшерен тауыш биреү юлы менән асыҡланған. Кемдәрҙең 2024, 2025 йылғы эштәре юғары баһа алғанмы?
- Тайыпов Дамир Рәфис улы – "Юғары һөнәри ҡаҙаныштары һәм йыр сәнғәте өлкәһендә башҡорт музыкаһын пропагандалағаны өсөн";
- Мусина Заһиҙә Хакимйән ҡыҙы һәм Урманшина Рәзинә Ғилман ҡыҙы – Кемел Тоҡаевтың "Серле эҙ" китабын художестволы тәржемә иткән һәм бөгөнгө милли проза үҫешенә индергән өлөш өсөн";
- Аралбаев Хәбир Фәттәх улы – "Башҡорт халыҡ-сәхнә бейеүе өлкәһендә солист булараҡ хеҙмәте һәм башҡорт хореография сәнғәтен Башҡортостандың милли мираҫы булараҡ үҫтергәне өсөн". Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Тиҙҙән Республика йортонда йәштәр премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙасаҡ.
Фото: molodez.bashkortostan.