-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
24 Декабрь 2025, 10:52

Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Өфөлә Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаттарын бүләкләнеләр. Улар араһында "Йәншишмә" гәзитенең даими әүҙем авторы, һәләтле йәш яҙыусы Рәзинә Зәйнетдинова-Урманшина ла бар.   

Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ!
Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ!

Билдәле булыуынса, 2024, 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса Бабич премияһына йырсы Дамир Тайыпов, бейеүсе Хәбир Аралбаев һәм  Кемел Тоҡаевтың "Серле эҙ" китабын художестволы тәржемә иткән һәм бөгөнгө милли проза үҫешенә индергән өлөш өсөн йәш яҙыусылар Рәзинә Зәйнетдинова-Урманшина менән Заһиҙә Мусина лайыҡ булды. Уларҙы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев ҡотланы. 

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы иһә Нияз Сәлимовҡа тапшырылды. Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ!

Фото: Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА, "Бәйләнештә" селтәре.

 

Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ!
Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ!
Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ!
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас