– Мин Йылҡы йылының Балыҡ йондоҙлоғо аҫтында тыуғанмын. Әйткәндәй, 60 йылға бер тапҡыр килә торған Ут Йылҡы (Огненная Лошадь) йылында донъяға килгәнмен. 2026 йылдың символы ла ул. Йылҡы йылында тыуғанғамы–булмышымда уға оҡшаш сифаттар бик күп. Әлбиттә, мөғжизәле Яңы йылды ҙур тулҡынланыу менән көтөп алам. Ә уҙған йылымды ҙур рәхмәттәр әйтеп оҙатам. 2025 йыл минең өсөн бик уңышлы булды. Ике китабым донъя күрҙе: башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә сыҡҡан «Өйрәндем» тип аталғаны «Юлдаш» нәшриәтендә баҫылһа, «Йондоҙло йыл» – «Китап»та. Балалар өсөн сыҡҡан был 7-се китабымдың исем туйы ноябрҙә Өфөлә «Китап» магазинында үтте. Унан саҡ ҡына алдараҡ – августа Яҙыусылар союзы бинаһында ижад кисәм гөрләп уҙғайны.
30 йылдан артыҡ уҡытыусы булып эшләйем. Яҙыусылар съезында яҙыусылыҡ эшмәкәрлегемде баһалап, мәҙәниәт министрлығы Почёт грамотаһы менән бүләкләне. Яҙыусылар союзы идараһы етәкселегенә, уның рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовҡа, урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙинаға ҙур рәхмәтлемен. Ейәнсура районында ла китабымдың исем туйҙары үтте. Минең өсөн 2025 йыл, ысынлап та, йәйғорло йыл булды!
Һәр Яңы йыл тыуыуын оло сер тип ҡабул итеү бала саҡтан килә. Беҙ бала саҡта шыршы уйынсыҡтары төрлө төҫтәге быяланан һәм тиҙ ярыла торғандар ине. Уйынсыҡ иҙәнгә төшөп ватылһа, беҙгә ҡыуаныс! Сөнки мең төҫтә балҡыған иҫ киткес сағыу ярсыҡтар менән Яңы йыл битлектәрен, һүрәттәребеҙҙе әҙерләйбеҙ. Ә Яңы йыл костюмын әсәйҙәр ярҙамында гел үҙебеҙ тегәбеҙ, биҙәйбеҙ. Шиғыр һөйләп, йырлаған өсөн Ҡыш бабай тоғонан тәмлекәс алып биргәндә күңелдә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ шатлыҡ хисе тыуа. Шыршы тирәләй бейеп, йырлап йөрөй торғас, тамаҡ кибә, баштар әйләнеп китә. Арыйбыҙ, костюм, яһаған һүрәт өсөн, яҡшы уҡыған өсөн бүләктәр, Ҡыш бабай күстәнәстәрен алып ҡайтып китәбеҙ. Ә күңелдәге шатлыҡ хисе һүрелмәй ҙә. Янда әсәй ҡыуанып хәбәр һөйләй: «Һеҙ –бәхетле балалар. Беҙ бала саҡта бындай күңелле саралар булманы (әсәй – һуғыш осоро балаһы). Байрам яһап, ҡайһылай ҙа ҡыуандыралар балаларҙы, рәхмәт хөкүмәткә!» Шуға мәктәптәге Шыршы байрамы менән байрам бөтә, Яңы йылды ҡаршылау беҙ үҫкәндә булманы.
Ә бына үҙемдең балалар менән Яңыйылды ҡаршылайбыҙ. Шыршы ултыртабыҙ, төбөнә Ҡыш бабай күстәнәстәрен һалып китә. Был юлы унда ейәнем Илназ өсөн сюрприз буласаҡ. 31 декабрь көнө йыл һайын ауыл клубында Шыршы байрамы үтә. Һәр ғаилә ағзаһына лотерея билеттары һатып алам. Кемгә ниндәй бүләк эләгә – Яңы йыл табынында тапшырам. Гел иғтибар иткәнем булды: алдағы йылдың нисек үтеренә бүләк ишара яһаған һымаҡ!
Ҡәҙерле балалар! Һәр йылығыҙҙы, һәр көнөгөҙҙө файҙалы итеү үҙегеҙҙән тора. Киләсәккә бара торған күперҙе бөгөн һалығыҙ! Яңы йыл менән!