-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
31 Декабрь 2025, 00:32

"Яңы йылға тәүге аҙымығыҙ изгелек булһын."

Кескәй генә саҡтан ижади һәләтле Самир Латипов ниндәй генә конкурстарҙа еңмәгән?! Моңло йырлай ҙа, нәфис һүҙ оҫтаһы ла, өҙҙөрөп бейей ҙә, ҡурайҙа уйнауы ла йөрәктәргә үтеп инә.

"Яңы йылға тәүге аҙымығыҙ изгелек булһын."
"Яңы йылға тәүге аҙымығыҙ изгелек булһын."

Тик «бишле»гә генә уҡый, бик күп ғилми-тикшеренеү эштәрендә, бөтә фәндән дә тиерлек олимпиадала ҡатнаша. Уҡыуҙан буш ваҡытының һәр минутын файҙалы үткәрергә күнеккән. Милли рухлы ысын башҡорт балаһы булараҡ, «Урал батыр» эпосын да яттан белә. Уның еңеүҙәрен һанап бөткөһөҙ. Спортта ла алдынғылыҡты бирмәй икән үҙе.
Мәләүез ҡалаһының «Гүзәл» балалар баҡсаһында уҡ үҙ талантын күрһәтә. Нәҡ унда туған телгә, халыҡ ижадына, сәнғәткә һөйөү, ынтылыш тәрбиәләйҙәр һәм Самир районда ғына түгел, республика, Рәсәй конкурстарында уңышлы сығыш яһай. Әлбиттә, уның ҡаҙаныштарында хәстәрлекле атаһы Тимерғәли Фәйзулла улы һәм айырыуса көслө ихтыярлы, рухлы әсәһе Ләйсән Мәргән ҡыҙының роле баһалап бөткөһөҙ.

Әлеге көндә Самир Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының VI синыфында уҡый. Төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә: Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамблендә, «Аҡйондоҙ» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, «Рәми» өлгөлө театр студияһында, «Гәлсәр» йыр түңәрәгендә, «Аманат» өлгөлө этно-фольклор төркөмөндә, «Ҡош юлы» бард мәктәбендә...

Бөгөн беҙҙең быйылғы календарҙа сыҡҡан Самир Латипов һеҙгә үҙ теләктәрен еткерә.
– «Йәншишмә» гәзите менән уның баш мөхәррире Мирсәйет ағай Юнысов подписка бүләк иткәндән танышмын, һәр һанын ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Хәҙер үҙебеҙ яҙылмай ҡалмайбыҙ. Уҙған йыл мин бик күп бәйгеләрҙә ҡатнашып еңеүсе булдым. Тәнзилә Үҙәнбаева призына башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар, «Ғарипов уҡыуҙары» ғилми-тикшеренеү эштәр республика «Урал балалары тауышы» йәш сәсәндәр, Ҡазан ҡалаһында үткән «Һинең юлың» халыҡ-ара бейеү конкурсында – I урын, «Ағиҙел » журналы уҙғарған шиғыр бәйгеһендә Гран-при алдым.
Әйткәндәй, миңә «Аманат» журналының йәш хәбәрсеһе танытмаһын да тапшырҙылар.
ЮНЕСКО тарафынан уҙғарылған «Башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр» – кешелек байлығы» XVI халыҡ-ара конкурсы конкурста ла еңеүгә өлгәштем.
Ҡазағстандың Ҡостанай ҡалаһында «Алтын микрофон» халыҡ-ара йыр бәйгеһендә лә һынатманым. Йәй көнө Мәрйәм инәй Бураҡаева ойошторған «Йәйләү» башҡорт лагерында ял итеү бәхете лә тейҙе. Ә шулай ҙа иң ҙур бүләк – күптәнге хыялым «Артек»та ял итеү булды. Мин унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм 31 илдән килгән 3 мең 500 уҡыусы алдында башҡорт бейеүҙәрен һәм йырҙарын башҡарҙым.

Бөтә гәзит уҡыусыларҙы Яңы 2026 йыл менән ҡайнар ҡотлайым. Беҙгә өмөттәр бүләк итеп, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырған, ҙур еңеүҙәр килтергән 2025 йыл тарих биттәрендә ҡалды. Күңел йылыһы, тылсым бүләк иткән яңы йылда һәр кемгә ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек, оло шатлыҡтар ғына кисереп йәшәргә яҙһын! Һәр көнөгөҙҙән көс-дәрт алып, ҡыуанысҡа сорналып ғүмер итегеҙ. Яңы йылға беренсе аҙымығыҙ изгелек булһын! Аҡ бәхеттәр һеҙгә!

"Яңы йылға тәүге аҙымығыҙ изгелек булһын."
"Яңы йылға тәүге аҙымығыҙ изгелек булһын."
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас