Үткер ҡәләмле журналист арабыҙҙан бик ваҡытһыҙ китеп барҙы. Уның исемендәге премияны йыл һайын бер туған һеңлеһе Әлмира Мәҡсүтова-Әҡәмбәтова тапшыра. Быйыл мәртәбәле исемгә "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Әлфиә Хәмитова менән "Йәншишмә" гәзитенең яуаплы сәркәтибе Лилиә Фазлетдинова лайыҡ булды.
Коллегабыҙ төрлө темаларға яҙылған мәҡәләләре менән йәштәр гәзите уҡыусыларына яҡшы таныш. Махсус хәрби операция яугирҙарына, бөйөк шәхестәребеҙгә, уңған замандаштарыбыҙға арналған, республикалағы төрлө сараларҙы яҡтыртҡан мәҡәләләренән тыш, Лилиә Раил ҡыҙы "Йәшлек гүзәле" конкурсын да алып бара. Коллегабыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, тағы ла бейегерәк үрҙәргә артылырға яҙһын!
Юлай Кәримов фотолары.