Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы АҠҺАРОВА, Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбе директоры – «Йәншишмә»нең яҡын дуҫы булғаны, белем усағында гәзитебеҙҙе яҙҙырыу эшен әүҙем алып барғаны өсөн;
Рәйсә Усман ҡыҙы ИСЛАМҒОЛОВА, Ауырғазы районы Талбазы ауылы лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ булғаны, даими баҫылған мәҡәләләре һәм гәзитте таратыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн;
Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы МӘҺӘҘИЕВА, «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, гәзитебеҙҙең элекке йәш хәбәрсеһе – «Бестиямал» повесы өсөн;
Резеда Салауат ҡыҙы МӨХӘМӘТШИНА, Баймаҡтағы «Йондоҙло» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе – гәзитебеҙҙә әүҙем яҙышып торғаны өсөн;
Лилиә Раил ҡыҙы ФАЗЛЕТДИНОВА, гәзитебеҙҙең яуаплы сәркәтибе – баҫмабыҙҙа конкурс ойошторғаны, «Илһөйәрлек эш менән дәлилләнә» социаль проектын әҙерләгәне өсөн.
Гәзит дуҫтары, авторҙары менән көслө, тиҙәр. Әлдә улар бар әле, тип ҡыуанабыҙ. «Йәншишмә»беҙҙе ҡыҙыҡлы, уҡымлы итеп сығарыуҙа ярҙамдары тейеп тора. Беҙ бөгөн гәзитебеҙгә әүҙем яҙышып торғандары өсөн Сибайҙан Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ, Әлнисә АЛДЫРХАНОВА, Ауырғазынан Айгөл ҺАТЛЫҠОВА, Розалиә ЙӘЛИЛОВА, Баймаҡтан Ләйлә МЫРҘАҒӘЛИНА, Динә МЫРҘАҒӘЛИНА, Гөлнәзирә КӘРИМОВА, Салауат районынан Әлиә ИШБУЛДИНА, Миләүшә САҘРЕТДИНОВА, Ейәнсуранан Гөлназ НАЗАРОВА, Гөлйөҙөм КҮҪӘКОВА, Әбйәлилдән Гөлсинә АҠМЫРҘИНА, Люциә ҒАТАУЛЛИНА, Дүртөйлөнән Лилиә ҠАШҠАРОВА, Илештән Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА, Бөрйәндән Сәйҙә СӘЙӘХОВА, Мәфрүзә АЛЛАБИРҘИНА, Раушания ҒӘЛИУЛЛИНА, Сажидә ХӘСӘНОВА, Хәйбулланан Әлиә СӘЛИМОВА, Гөлназ НАЗАРОВА, Гөлназ ИБРАҺИМОВА, Гөлшат РӘШИТОВА, Өфөнән Фирҙәүсә ҒӘЗИЗОВА, Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА, Факил МЫРҘАҠАЕВ, Роза МАРКИНА, Анна ЕГОШИНА, Әлиә НИҒМӘТУЛЛИНА һәм Лилиә ВӘХИТОВАға рәхмәт әйтәбеҙ. Һеҙҙең менән 2026 йылда ла дуҫ булып ҡалырға теләйбеҙ.
Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ, Йылҡы йылы ҡыуаныстар ғына килтерһен!