-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
15 Ғинуар , 10:27

Тағы бер еңеү!

Йылды күңелле яңылыҡтарҙан башлайбыҙ. 13 ғинуарҙа билдәләнгән Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған сарала республика гәзит-журналдары хеҙмәткәрҙәре йыл буйы башҡарған эштәренең һөҙөмтәләрен күреп ҡыуанды.

Уларға республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы тарафынан төрлө грамоталар тапшырылды. Бүләкләнеүсе журналистар араһында гәзитебеҙҙең яуаплы сәркәтибе Лилиә Раил ҡыҙы Фазлетдинова ла бар. Ул Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә арнап һүрәттәр конкурсы үткәргәйне. Дуҫтар, һеҙ унда бик әүҙем ҡатнаштығыҙ, рәхмәт! Бергәләп башҡарған ҙур эшебеҙ «Террорға ҡаршы иң яҡшы мәҡәлә» номинацияһында республика кимәлендә I урын менән билдәләнде. Ҡотлайбыҙ!

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас