

Шулар араһында беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Һатлыҡова ла бар ине.
— Юрий Алексеевич Гагарин исемендәге миҙалға лайыҡ булыу минең өсөн ҙур хөрмәт. Был награда ике мөһим датаға: кешенең йыһанға тәүге тапҡыр осоуына 65 йыллығына һәм Юрий Гагарин кубогына үткәрелгән республика олимпиадаһының 15 йыллығына арналғайны. Әммә мин яҡшы аңлайым: был награда артында үҙемдең хеҙмәтем генә түгел, ә эргәлә булғандарҙың ҙур ярҙамынан торғанын. Ихлас күңелдән туғандарыма, Талбазы башҡорт гимназияһы коллективына, мәғариф бүлеге методистарына, уҡыусыларыма һәм уларҙың ата-әсәләренә рәхмәтемде белдерәм, — ти ҡыуанып Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы.
Беҙ ҙә ҡушылабыҙ ҡотлауҙарға, гел шулай уңыштар килеп торһон!