

"Еҙ үксә"нең етәксеһе - Зилә Йәнғәле ҡыҙы Исмакова.
Камил Рәхимов исемендәге район балалар сәнғәт мәктәбе хәбәр итеүенсә, коллективтың «Бөрйәнкәй», «Нуғайбак», «Ирәндек бөркөттәре», «Йәйләү йәштәре» бейеүҙәре Гран-приға лайыҡ булған. Был, әлбиттә, йәш бейеүселәрҙең, уларҙың етәкселәренең, атай-әсәйҙәрҙең, ансамблгә Ҡаҙағстанға конкурсҡа барырға ярҙам итеүсе башҡа кешеләрҙең ҙур тырышлығы һөҙөмтәһендә яуланған уңыш. Афарин!