+16 °С
Ясно
VKOKTelegram
Ҡотлайбыҙ!
20 Мая , 11:10

Ҡотлайбыҙ!

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Башҡортостан буйынса 2025-2026 уҡыу йылының иң яҡшы мәктәптәрен һәм Юрий Гагарин исемендәге кубогына үткәрелгән республика олимпиадаһы йомғаҡтары буйынса призёрҙарҙы бүләкләү тантанаһы үтте.

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ғафури районы Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары олимпиадала юғары һөҙөмтә күрһәткәне өсөн «Ғафури районының иң яҡшы мәктәбе» конкурсында еңеүсе булды. Улар Юрий Гагарин бюсы һәм диплом менән бүләкләнде.

— Был олимпиада — республикала илһөйәрлек тәрбиәне һәм иртә һөнәри йүнәлеш биреүҙе берләштергән белем биреү проекты. Беҙ наградаларҙы запастағы генерал-майор, Рәсәй Геройы Сергей Заһит улы Тулин, Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Блажевич Михаил Александрович, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе Айбулат Вәкил улы Хажин һәм космонавтар отрядына эләккән Башҡортостан пилоты, Анжелика Парфенова ҡулынан алдыҡ. Шул тиклем ҙур ҡыуаныс булды, — ти тәьҫораттары менән бүлешеп белем усағының директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова.

Ҡотлайбыҙ, гимназистар!  

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас