+16 °С
Ясно
VKOKTelegram
Ҡотлайбыҙ!
20 Мая , 06:52

Тыуған көн ҡотло булһын!

Бөгөн – “Йәншишмә” гәзитенең яуаплы сәркәтибе Лилиә Фазлетдинованың тыуған көнө! Бөтә тәбиғәт сәскә атҡан матур мәлдә донъяға килгән ул. Элекке йәш хәбәрсебеҙ Лилиә Мәүлитова – Учалы ҡыҙы, Ташҡыя ауылында тыуып үҫкән.

Тыуған көн ҡотло булһын!Тыуған көн ҡотло булһын!
Тыуған көн ҡотло булһын!

Мәктәптә уҡығанда “Йәншишмә”гә генә түгел, “Яйыҡ” район гәзитенә лә әүҙем яҙышты, студент саҡта иһә “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә лә күренде. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында белем алып, балалар баҡсаһында, мәктәптә эшләне. Әммә матбуғат менән һәр саҡ дуҫ булды: мәҡәләләрен беҙгә гел ебәреп торҙо. РФ, БР Журналистар союзы ағзаһы.

Лилиә Раил ҡыҙы 2023 йылда “Йәншишмә”гә эшкә килде, әле яуаплы сәркәтип йөгөн тарта. Тормош иптәше менән бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Хеҙмәттәшебеҙгә һаулыҡ, яңынан-яңы идеялар, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас