

Мең ярымға яҡын кеше яҙған быйыл урыҫ теленән диктантты. Ул Алексей Варламов тексы буйынса һайланғайны. Балалар һәм сит ил вәкилдәре өсөн айырым эштәр ҡаралғайны.
219 кеше бер хатаһыҙ яҙып, "отличник" исемен алды. Улар араһында гәзитебеҙҙең яуаплы сәркәтибе Лилиә Фазлетдинова ла бар. Лилиә Раил ҡыҙы былтыр беренсегә ҡатнашып, шулай уҡ бүләкләү тантанаһына саҡырылғайны. Ҡотлайбыҙ!