+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Ҡотлайбыҙ!
2 Июня , 07:25

Һеҙ — “Йәншишмә”беҙҙең ҡояшы, йондоҙо!

Хөрмәтле Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы! Һеҙҙе тыуған көнөгөҙ менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.

Һеҙ — “Йәншишмә”беҙҙең ҡояшы, йондоҙо!Һеҙ — “Йәншишмә”беҙҙең ҡояшы, йондоҙо!
Һеҙ — “Йәншишмә”беҙҙең ҡояшы, йондоҙо!

 Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, тормош юлығыҙҙа тик бәхетле миҙгелдәр осрап тороуын, бәрәкәтле оҙон, бәхетле ғүмер юлы, рух ныҡлығы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижад ҡомары, үҫеш-балҡыштар, ғаилә именлеге, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы, эш бәхете насип итһен Хоҙай. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеп, барлыҡ теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырып, йәшәү дәртегеҙҙе һүндермәй, тормош юлынан ғорур атлағыҙ.

Һеҙгә тынғыһыҙ һәм бик тә яуаплы эшегеҙҙә ижади үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ. Һеҙҙе бар республика уҡытыусылары ярата, хөрмәт итә. Мәктәптәрҙә уҡыусылар осрашыуҙы көтөп ала. Һеҙҙе балалар яратып: "Ҡояш апайыбыҙ",- тип кенә тора. Ысынлап та, Һеҙ — “Йәншишмә”беҙҙең ҡояшы, йондоҙо! Күҙ теймәһен, артабан да шулай балҡып йәшәгеҙ һәм эшләгеҙ!

«Йәншишмә»ләр.

Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас