

Фольклор коллективтары араһында Гран-при Учалы ауылы башҡорт гимназияһы уҡыусыларына тапшырылды.
Лилиә Таһирова, Морат Аҙнабаев, Илшат Шәкүров, Халитова Илдан Хәлитов,"Бөҙрәкәй" өлгөлө балалар театрының йәш артистары "Урал батыр" эпосынан өҙөктө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлдәр Арыҫланғәле ҡыҙы Хәкимова етәкселегендә сәхнәләштергән. Бишенсене тамамлаған Морат Аҙнабаев эпосты яңғыҙ башҡарыусылар араһында ла еңеүсе булған. Афарин.
Учалыларҙы ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Учалы районы мәғариф бүлеге.