

Беҙҙең «Йәншишмә» гәзите — Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы өсөн эш урыны ғына түгел, ә илһөйәрлек, миһырбанлыҡ орлоҡтарын сәсеү майҙаны. «Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» - V медиайыйындың ғына түгел, беҙҙең хеҙмәттәшебеҙҙең дә төп девизы. Ул да йөрәге ҡушыуы буйынса еңеү өсөн тос өлөш индерә, тиһәк тә булалыр. Гәзитебеҙҙә өс йыл барған төрлө акцияларҙа яуҙағы һалдаттарыбыҙҙың батырлығы хаҡында яҙып, тарихҡа ҡалдыра.
Уның башланғысы менән өсөнсө йыл дауам иткән «ӨСКӨЛ ХАТТАР» акцияһы бөтә республика балаларын берләштерҙе. 3 меңгә яҡын йөрәк йылыһы һалынған хат һәм һүрәт яугирҙарыбыҙға барып етеп, уларға көс-дәрт өҫтәне.
Беҙ хеҙмәттәшебеҙҙе юғары исеме менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, эшендә артабан да уңыштар, юғарыраҡ үрҙәр, яңы проекттар, ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.
«Йәншишмә»ләр.
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов, Олег Яровиков.