

Уларҙы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина Рәбиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" миҙалы менән бүләкләне. Шуларҙың араһында беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, Туймазы районы Иҫке Туймазы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лира Хәләф ҡыҙы Ғиниәтуллина ла бар ине. Лира Хәләф ҡыҙының ғәзиз улы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булып ҡала.
Хөрмәтле Лира Хәләф ҡыҙы, беҙ ҙә ихлас ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы һәм дә алып барған изге эшегеҙҙе дауам итеүегеҙҙе теләйбеҙ!