+18 °С
Облачно
VKOKTelegram
Ҡотлайбыҙ!
25 Июня , 09:44

Химиянан - 100 балл!

Баш ҡала уҡыусыларының 20-һе химия буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы. Шуларҙың береһе – 108-се мәктәптән Камила Рафиҡова. XI «А» синыфын тамамлаусы ҡыҙҙың исеме белем усағы тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылыр инде. Сөнки ул – бындай юғары баһа алған тәүге уҡыусы!

Химиянан - 100 балл!Химиянан - 100 балл!
Химиянан - 100 балл!

Әлбиттә, Камиланың уҡыу алдынғыһы икәнен аңлаған­һы­ғыҙҙыр инде. Айырыуса биология, химия, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен үҙ итә. Мәктәпте миҙалға тамамларға тора.
Тырыш ҡыҙ яҡшы баһа алыр өсөн ваҡытын йәлләмәгән, төрлө онлайн-мәктәптәрҙә белемен нығытҡан, белмәгәнен өйрәнгән. Шулай ҙа гел уҡып ҡына ултырманым, ял итергә лә ваҡыт ҡала ине, тип йылмая ул. Химия уҡытыусыһы Светлана Анатольевна Кармановаға ныҡ рәхмәтле. Унынсы синыфта уҡ әҙерләнә башланыҡ, ти ҡыҙ. Терәк булып торған яҡындарына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерә ул. 100 балл алғанын белгәс, ҡыуанысынан илап та алған. Әйткәндәй, урыҫ теленән имтиханды 86 балға яҙған.
Камила белемен камиллаштырыуҙы Санкт-Петербургта дауам итмәксе – ошо ҡалалағы юғары уҡыу йортон һайлаған. Уны кешелектең барлыҡҡа килеүе, төрлө организмдар ҡы­ҙыҡһындыра. Киләсәктә биология фәндәре докторы дәрәжәһенә ирешергә маҡсат ҡуйған.
Барлыҡ сығарылыш уҡыусыларына уңыштар теләйбеҙ! Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!

Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас