

Зөбәржәт апай тәүҙә – машинкала йыйыусы булып, һуңынан оҙаҡ йылдар әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә эшләне. Бер туҡтауһыҙ яңы идеялар, тәҡдимдәр, рубрикалар менән гәзит йөкмәткеһен байытыуға тос өлөш индерә ине. Әүҙем һәм өлгөр журналист уҡыусыларға яуап хаттары яҙырға ла өлгөрҙө. Күпме йәш хәбәрсегә ҡанат ҡуйҙы ул!
Ә хәтере һуң! Яттан белгән шиғырҙарын һанап бөткөһөҙ. Төн уртаһында уятып, әллә ҡасан уҡыған әҫәренең йөкмәткеһен һора, түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә ала. Юҡҡа ғына «аяҡлы энциклопедия» тип йөрөтмәнеләр үҙен.
Зөбәржәт апайҙың бер ҡасан да арып, йонсоп, мыжып ултырған сағын күрмәнек. Үҙенең ялҡынлы йөрәге менән башҡаларҙы ла дәртләндерҙе, йор һүҙе, аҡыллы кәңәштәре менән кәйефте күтәрҙе. Юбилейығыҙ ҡотло булһын, Зөбәржәт Мотаһир ҡыҙы! Ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
«ЙӘНШИШМӘ»ЛӘР.