+13 °С
Облачно
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
15 Августа , 05:17

Тыуған көнөгөҙ менән, Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы!

Зөһрә Үтәғолова Бөрйән районы Аҫҡар ауылында тыуған. Ҡулына аттестат алғас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә.

Тыуған көнөгөҙ менән, Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы!Тыуған көнөгөҙ менән, Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы!
Тыуған көнөгөҙ менән, Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы!

Күңеле хискә мөлдөрәмә тулы булыуы, йыр-моңға ғашиҡлығы уға бик иртә ҡәләм тотторған: шиғырҙарҙы мәктәптә уҡыған сағынан уҡ яҙа башлай. Шул ваҡыттан алып уның ижады район, республика матбуғатында йыш баҫыла. Студент сағында «Ашҡаҙар» әҙәби түңәрәгенә йөрөү ижадына талапсан ҡарарға өйрәтә, күңеленә илһам, дәрт өҫтәй. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы уҡыусылар күңелендә ижад осҡондары ҡабыҙа килде. «Инеш» радиоэфиры ойошторҙо, ижад түңәрәктәре алып барҙы, уҡыусылары менән төрлө конкурс-бәйгеләрҙән ҡалманы. Ул – «Илһам шишмәләре» конкурсы лауреаты, «Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы» дипломанты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә шағирәнең дүрт китабы донъя күрҙе: «Юл япрағы»(2001), «Һыу юлы» (2009) – дөйөм йыйынтыҡтарҙа; айырым «Ҡунаҡ күрһәтәм» (2013), «Йән ле мунсаҡ» (2019). Уның һүҙҙәренә Гәүһәр Бирҙеғолова, Миңнур Ҡасимова, Азамат Усманов, Риф Сәлишев, Дамир Солтанов, Юнир Һағынбаев, Рәмил Туйсин, Рафаэль Сәлихов, Данир Далхин, Резидә Әхмәтова, Резеда Мөхәмәтйәнова, Нәсимә Ғайсиналар көйҙәр яҙҙы. Зөһрә Үтәғолова – РФ һәм РБ Журналистар, Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Тормош иптәше Бөрйән егете Сәғит Үтәғолов менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары, юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә ең һыҙғанып эшләп йөрөй. Бай педагогик тәжрибәһе булған уҡытыусы-шағирә балалар психологияһын тәрән белеүе менән һоҡландыра. Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙын 65 йәше менән ҡотлап, һеҙгә уның шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.


Римма ҒӘЛИМОВА,
Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе.

Йәшәрмен лайыҡ!
Атайым – яуҙа:
Ҡыйрата дошман.
Ул яуыздарҙан
Мин бик-бик ҡурҡмам!
Уяулыҡ кәрәк,
Ҡоралым – ҡулда.
Яманлыҡтарға
Битараф булмам.
Мине ярата,
Ышана атай.
Ул беҙҙең өсөн
Илебеҙ һаҡлай.

Нағыш сигәм
Нағыш сигәм. Ябай түгел –
Тылсымлы ҡул эштәрем.
Йәйғор төҫөнә әйләнә
Йөрәктәге хистәрем.
Теҙелешә шатлыҡтарым
Ап-аҡ ҡына ерлеккә.
Йәшерергә тырышамын
Ҡараларын нисек тә...
Нағыш сиктем.
Өләшәйем
Бүләгемде дуҫтарға.
Күңелдәргә йәйғор ҡунһын
Ете төҫтәрем аша!

Һаумы, мәктәп!
Һағындырған туған мәктәп,
Һағындырған дуҫтар ҙа.
Һөйөнөстө уртаҡлашып
Көлә сәскә ҡулдарҙа.
Эй, мәктәбем, осоп килдек,
Аяҡ баҫтыҡ тупһаңа.
Бөгөн беҙҙә – оло байрам,
Онотолмаҫ тантана.
Ҡаршы ала мәктәбебеҙ
Көҙгө сыуаҡ көндәрҙә.
Белемдәрҙән ҡанат ҡуйып
Әйҙәй беҙҙе үрҙәргә.
Уҡытыусым йөҙөндә лә –
Шатлыҡтарҙың тостары.
Арҡабыҙҙан һөйөп-һөйөп
Ҡаршы алды ул тағы.

Һутлы телем
Туған телем, һөлөк ише,
Йәнкәйемә йәбешкән.
Кендек аша әсәй менән
Ҡарында уҡ һөйләшәм.
Донъя танып, кеше булдым
Туған телем һутында.
Телем йәме – күңелемдә,
Телем тәме – уртымда!
Үткер телем.
Үрсер телем,
Юлын табыр урғылып.
Ерҙәр ҡаплап йәнә ҡалҡыр
Нәҫеленә сәсеп ҡалған
Ыуыҙ ғына ҡурпыһы!

Тыуған көнөгөҙ менән, Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы!
Тыуған көнөгөҙ менән, Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы!
Тыуған көнөгөҙ менән, Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас