

Күптән түгел хеҙмәткәребеҙ Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙының башҡарған изге эшен баһалап, яуҙағы 428-се мотоуҡсылар полкының 41867-се хәрби часть командиры, полковник К. Ситников Рәхмәт хаты ебәргән. Уны Баймаҡтағы «Һаҡлаусы фәрештә» ирекмәндәр төркөмөнөң етәксеһе Гөлназ Хафизова тапшырҙы.
Беҙ ҙә хеҙмәттәшебеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да илһөйәрлек, миһырбанлыҡ тәрбиәләү эшегеҙҙе дауам итеүегеҙҙе һәм һеҙгә юғары уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килеүен теләйбеҙ.
«ЙӘНШИШМӘ»ләр.