

Беҙҙең журналистар бәйгелә ҡатнашҡайны. Атап әйткәндә, июнь айында Учалы яҙыусылар ойошмаһы үҙенең 35 йыллығына ҡарата хикәйәләр конкурсы иғлан итте. Йәй буйы бәйгегә 20 әҫәр килеп, уларҙың барыһы ла социаль селтәргә ҡуйылды, һәр кем уҡып баһалай алды.
Ниһайәт, 8 сентябрь көнө һөҙөмтәләр билдәле булды. Баһалама ағзалары булып прозаик, Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы Сәлиә Ғатауллина (Учалы ҡалаһы), прозаик, Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева (Йылайыр районы) һәм прозаик, Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы Фәриха Вәлиуллина (Белорет ҡалаһы) эшләне. "Йәншишмә"нең яуаплы сәркәтибе Лилиә Фазлетдинова яҙған "Дүрт саҡрым" хикәйәһе иң юғары баһаға лайыҡ булды - Гран-при!
- Гәзиттә эшләгәс, үҙ ижадыңа ваҡыт та ҡалмай китә. Махсус хәрби операция темаһына арналған ошо хикәйәм Бөрйән - Өфө юлында командировка ваҡытында яҙылды. Күңелем төбөндә ниндәйҙер урынға лайыҡ булыу өмөтө баҙлай ине шулай ҙа. Әсәйем һөҙөмтәләрҙе минән алдараҡ күреп ҡалған, шылтыратып ҡотланы. Шул тиклем шатмын. Баһалама ағзаларына ҙур рәхмәт, ә ҡәләмдәштәремә ижади уңыштар теләйем, - ти Лилиә Раил ҡыҙы.
Икенсе урын яулаған ижадсылар араһында гәзитебеҙ ветераны Хәлиҙә Чембарисова ла бар.
- Хикәйә жанрына хаҡлы ялға сыҡҡас ныҡлап тотондом. Ике китабым донъя күрҙе. Конкурсҡа килгән һәр әҫәрҙе уҡып барҙым, афарин барыһына ла! Ә үҙемдең хикәйәмә килгәндә, "Ҡурҡыныс сир" тип атала ул. Йәмғиәттә юҡ-юҡта осрап ҡуйған көнсөллөк темаһына яҙылды. Геройҙарҙың прототиптары ла бар. Ойоштороусыларға рәхмәт еткерәм! - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Хәлиҙә Хәсән ҡыҙы.
Ҡотлайбыҙ, коллегалар! Яңы үрҙәргә артылырға яҙһын! Бүләкләү тантанаһы Учалы ҡалаһында ойошманың юбилей сараһында октябрь айында үтәсәк.
Дүрт саҡрым
Лилиә МӘҮЛИТОВА (ФАЗЛЕТДИНОВА)
– Иптәш командир, был мөмкин түгел. Егеттәрҙе әрәм генә итәсәкбеҙ... – Даян тағы бер тапҡыр ҡаршы төшмәк булды. Әммә “иптәш командир” бирешергә теләмәне.
– “Буран”, үҙем беләм. Һинең эшең – буйһоноу. Барыһы ла килеп сығасаҡ, мин әйтте, тиерһегеҙ. Әҙерләнегеҙ. – Сабиров, һүҙ бөткәнен аңлатып, урынынан торҙо. Даянға блиндаждан сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Эх, ҡайҙа һуң элекке командирҙары! Махсус хәрби операция башланғандан алып бергә булған Агишев! Аҡыллы етәксе ине, бер ҡасан да үҙенең спецназовсыларын бушҡа ут аҫтына ҡуйманы. Һәр саҡ егеттәр менән кәңәшләште. Айырыуса Даянды яҡын күрҙе, үҙенең уң ҡулы итеп һананы. “Буран”, ә һин нисек уйлайһың? Ошолай эшләһәк, дөрөҫ булырмы, юғалтыуҙарһыҙ сығырбыҙмы?” – тип һәр задание алдынан саҡыртып алыр ине. Даян да тәжрибәһеҙ түгел, МХО биләмәһендә инде өс йыл. Һалҡын ҡанлы, уйлап эш итә белгән Агишевты үрләттеләр шул, инде туғанлашып бөткән яугирҙарҙан айырылыу ни тиклем ҡыйын булмаһын, кәрәк – китте.
Уйҙары Сабировҡа барып терәлгәс, Даяндың йөҙө һытылды. Саҡ хәрби уҡыу йортон тамамлап килгән 22 йәшлек егет, йәнем дә көймәгәйе. Ун ир-аттан торған тәжрибәле “Бөркөттәр” спецназ бригадаһына уны етәксе итеп ҡуйырға кемдең башына килгәндер инде. “Укроп”тар менән яу яланында инде нисәмә тапҡыр күҙмә-күҙ осрашҡан, уларҙың тактикаһын белеп бөткән яугирҙарҙы тыңлау ҡайҙа? Ҡайһылай әтәсләнгән була. Тиҙерәк заданиены үтәп, үҙен күрһәтмәксе. Берәй миҙал да эләктерер әле. Ә егеттәр ғүмере? Бер сәғәт элек кенә икәүләп бер тушёнканы бүлешеп ашаған дуҫыңдың үле кәүҙәһен үҙебеҙҙекеләр яғына алып сығырға маташыуҙың ни тиклем еңел түгеллеген “Буран” яҡшы белә. Сөнки иптәшеңде юғалтыу бер ҡайғы булһа, уны яу яланынан сығарыу – йәнә бер бәлә. Дошман дрондары өйөрөлөп-өйөрөлә, ни хәл итәһең, был өлкәлә өҫтөнлөк – уларҙа. Айҙар буйы ята мәйеттәр. Ана, ауылдаш егет инде йылдан ашыу хәбәрһеҙ юғалған иҫәпләнә. Бахыр, ҡайһы яланда йә урманда ятып ҡалды икән? Динә апай ғына өмөтөн өҙмәй көтә, уны йәл...
***
Юлға таң менән сыҡтылар. Автомат, бер нисә батон “Сникерс”, һыу, башҡа кәрәк-яраҡ алынды. Бронежилет үҙе генә 15 килограмм тарта. Йылдар буйы өйрәнеп бөтөлдө инде. Дүрт саҡрым барҙылар ҙа ипләп кенә һәр береһе кәрәкле тип тапҡан ергә урынлашты. Алда – урман, маҡсат – уны дошмандан таҙартып, аша ятҡан ауылды азат итергә. Бындай операциялар күп башҡарылды. Ауыл-ҡасабалар, ҡалалар яйлап дошман ҡулынан тартып алына. Беҙҙекеләр алға бара. Тик, ниңәлер, һуғыштың ғына осо-ҡырыйы күренмәй.
Ноябрь. Украинала һауа торошо Рәсәйҙән йылыраҡ. Беҙҙә ер туңдыр инде, бәлки, ҡар ҙа яуғандыр, тип уйлап алды Даян. Бер урында тик ятыуҙан, әлбиттә, тән ҡалтырата, ер һыуығы – ер һыуығы инде. Командирҙан приказ көтә яугирҙар әлегә.
“Буран” түш кеҫәһенән ипләп кенә смартфонын алды. Экранда, һәр саҡтағыса, һөйөклөһө менән улының фотоһүрәте пәйҙә булды. Азамат быйыл мәктәпкә уҡырға барҙы, ярай, бәхеткә, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан мәле ине атай кешенең. Улын белем донъяһына үҙе етәкләп индерҙе, тиергә була.
Өс көндән – Юлиәһенең тыуған көнө. Ире артынан утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер ҡатын булып сыҡты ул. Тәү ҡарашҡа бигерәк тыныс, ипле генә күренгән Юлиә “ҡыҙыу нөктә”гә өс тапҡыр килеп ҡайтты инде. Самолётмы, поезмы – ҡурҡып тормай үҙе.
Даян ваҡыт булғанда ҡатынына смс-хәбәр яҙып ебәрергә уйланы. Йөрәге тыныс түгел уның. Һиҙә: ниндәйҙер яман нәмә буласаҡ. Йә берәйһе яраланасаҡ, йә, тәүбә, икенсе вариант... Ә үҙе өсөн задание нисек бөтөр? Бер ялға ҡайтҡанында апаһы, кәрт һалдырҙым, барыһы ла яҡшы буласаҡ, тине лә ул... Үҙе лә аптырай: окопта бергә ятҡан яуҙашына пуля килеп тейгәне бар, ә ул нисә тапҡыр иҫән ҡалды. Шулай ҙа уяулыҡты юғалтырға ярамай.
“Һөйөклөм!
Һин минең өсөн ниндәй ҡәҙерле булыуыңды беләһең. Мин һине лә, улыбыҙҙы ла бик яратам.
Тыуған көнөң менән! Һуғышта артабан ни булырын берәү ҙә белмәй. Ошо йылдар эсендә һине шатландырған ғына түгел, көйҙөргән мәлдәрем дә күп булды. Төҙәлермен! Ныҡ ауыр һүҙҙәр әйтһәм, ғәфү ит. Тағы берҙе тыуған көнөң менән!”
Хәбәрҙе яҙып бөткәс, сәғәт һүрәтенә баҫты ла аҙыраҡ уйланып ултырҙы. “72 сәғәттән ебәрергә” тигән яҙыуҙы һайланы ла телефонын кире тыҡты.
***
Барыһы ла ҡапыл башланды. “Укроп”тар дошмандарының засадала ултырыуын һиҙгән, ахыры. Бер-бер артлы дрондар осоп килә башланы, тирә-яҡ ҡолаҡ ярғыс зырылдау тауышы менән тулды.
– “Буран”! Мин - “300-сө!” – “Татар”ҙың һүҙҙәре тоноҡ ҡына ишетелде.
– Түҙ! – емерек кәртә ҡалдыҡтары артына йәшенә-йәшенә барып, дуҫын ҡултыҡлап алды Даян. Алыҫ түгел ангар барлығын иртән үк шәйләгәйне ул. Ҡайҙа баҫма – емереклек булған ерҙә был бина нисек имен тороп ҡалғандыр. Яҡында бер нисә ваҡ гараж да күренә. Даян дуҫын ангар мөйөшөнә һалды ла ишеккә ҡаршы ултырҙы. Белә: дрон операторҙары уларҙы күҙәтә, тағы бер “тимер ҡош”то арттарынан ебәрмәйенсә туҡтамаясаҡтар.
Ул арала Сабировты ике яҡтан ҡултыҡлаған Андрей менән Илнур күренде.
– “Буран”, бына һиңә тағы бер “300-сө”. Беҙ киттек, юғиһә, бишебеҙ ҙә һәләк булабыҙ хәҙер. Дрондарҙы бында ебәрмәҫкә кәрәк. Держитесь, – нисек килеп инделәр, шулай юҡ та булдылар.
Ана, яуҙаштар теге гараждарҙың береһенә йүгерҙе. Шунда уҡ күктә дрон күренде. Әһә, инеп өлгөрҙөләр! Тик гранаталар аҫҡан ҡош тимер стенаға килеп бәрелде, шартлау яңғыраны. Гараж ер менән тигеҙләнде...
Әле генә күргәненән шаңҡып, иҫен дә йыйып өлгөрмәгән Даян ултырған ангарға ла “фипиви” яҡынайғаны ишетелде. Бына “Буран” уны күрә, автоматын тоҫҡай. Ата ла ата, ә ул был яҡҡа осоуын белә. Әллә бөтөнләй теймәй инде? Ниндәйҙер мәлдә ирҙең күңелен хәүеф һәм өмөтһөҙлөк биләп алғандай булды. Шулай барыһы ла бөттөмө икән? Былтыр ипотекаға йорт алғайнылар... Саҡ матурайтып, рәтләп бөтөп бара инеләр... Азамат беренсегә генә уҡырға төштө, тағы балалар һөйгөһө килә бит әле... Ә әсәһе менән атаһы? Улдары һуғышҡа киткәндән бирле ярты ҡартайҙылар...
Нисә секунд барҙы икән был алыш? Һәр хәлдә, Даян өсөн бер нисә минут үткән кеүек тойолдо. Ун метр, биш... “Осрашыу” ҡотолғоһоҙ икәнен аңлаған спецназовсы бар көсөнә ситкә һикерҙе. Шул мәл аяҡтарын ниҙер өтөп алды һәм донъя түңкәрелде.
– Приём! Приём! “Буран” – “200-сө”! Ҡабатлайым! “Буран” – “200-сө”!
***
Ҡайһылай ҡараңғы. Төн еткән дәбаһа. Тышта ямғыр яуғаны ишетелә. Даян ятҡан еренән ыңғыраша-ыңғыраша тороп ултырҙы. Кеҫәләренең береһенән фонарын алып тоҡандырҙы. Берәү ҙә юҡ. Күрәһең, үлгән, тип ҡалдырып киткәндәрҙер. Ундай хәлдәр яу яланында күп – аптырайһы түгел. Аяҡтары ауырта, ҡарарға ине. Салбары шул тиклем теткеләнгән, эт талағанмы ни. Уны сисеп ташлауҙан башҡа сара ҡалманы иргә. Ботинкаһының “ауыҙ”ы асылған, саҡ һыпырып алды. Граната ярсыҡтары ныҡ эләккән икән. Бот төбөнән табанға тиклем ингән, ай-һай! Ойоғон сискәс, баш бармағы юҡлығын күрҙе Даян. Һөйәк шәрәмәте саҡ эленеп тора, уны алып ташланы. Аптечкаһын сығарып, ботона промедол ҡаҙаны. Бинты бер генә аяғына етте. Бая сисеп бәргән салбарының бөтөнөрәк урынын йыртып алып, икенсе аяғын ураны.
Иң мөһиме – иҫән. Төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Яралары ла әллә ни ҡанһырамай, шикелле, түҙерлек. Юғиһә, ҡан юғалтып ҡына күпме егет үлде. “Вытек”, тиҙәр уларҙы. Ваҡытында ярҙам күрһәтелмәһә, шулай була.
Ҡараңғы булғанда, сығыу юлын уйларға кәрәк. “Буран”, стенаға йәбешә-йәбешә, тороп баҫты ла ауыртыуға сыҙай алмай, “гөрҫ” итеп кире ауҙы. Үксәләре һынған да! Атаһы әйтмешләй, барып сыҡты, былай булғас. Хәҙер нисек атларға? Беҙҙекеләргә тиклем – дүрт саҡрым...
Ярай рацияһы иҫән икән. Бәйләнешкә сыға алды.
– “Буран”? Һине, үлгән, тинеләр бит, брат! Хәлең нисек?
– Түҙерлек. Ҡасан сығара алаһығыҙ? Аяҡтар һынған.
– Көт инде! Иртәгә тырышырбыҙ, әле мөмкинлек юҡ...
Һүҙҙәрендә торҙолар. Әммә йәнә ҡыйынлыҡ килеп тыуҙы. “Башҡорт” позывнойлы яуҙашы, төн ҡараңғылығын йырып, елкәһенә һалып тигәндәй бер саҡрым атланы. Таңға ҡарай күрше ауылға еткәйнеләр, дрон тауышы ишетелде.
– Мине ҡалдыр, мәйет ята, тип уйларҙар, – тип шаяртып маташты Даян. – Үҙең йүгер!
“Башҡорт”ҡа башҡа сара ла юҡ ине. Кемеһе булһа ла ҡотолорға тейеш, айырылһалар, икеһе лә тере ҡалыу мөмкинлеге бар. Ташландыҡ ауылдың иң ситендәге емерек хужалыҡтың ни ғиллә менәндер бәҙрәфе генә иҫән ҡалған, “Башҡорт” “Буран”ды шунда индереп һалды ла күҙҙән юғалды.
***
Бына Даян Украина ерендә емерелергә генә торған бәҙрәф эсендә ята. Көлкө лә, ҡыҙғаныс та. Аяҡтары үлтереп һыҙлай, уларҙы ҡуйыр урын да юҡ, исмаһам. Ипләп кенә стена буйлап өҫкә күтәрҙе. Әһә, теге дрон күренде. Хәҙер барыһы ла хәл ителәсәк: йә уны күргәндәр, йә “Башҡорт” артынан китәсәктәр. Беренсе вариант икән, бер нисә секундтан ошо һаҫыҡ бәҙрәф тә, Даян да булмаясаҡ.
Үтеп китте! Тағы бер шанс...
Даян үҙен ҡотҡарып ҡалған ҡыҫыҡ бәҙрәфтең ишеген асты ла ятҡан еренән шыуышып сыҡты. Аяғына баҫһа, һушын юғалтырҙай була. Яраларын ҡаплап ураған был сепрәк киҫәктәре боттарын да йылытмай. Ситтән ҡарап торһалар, аптырарҙар ине: свитер менән трусик ҡына кейгән, ҡанһыраған аяҡтары арҡыс-торҡос уралған һалдат йәшәү өсөн көрәшә. Яңы ямғыр яуып үткән бысраҡ ерҙән шыуыша. Йөҙ метр араны үтеү өсөн генә күпме ваҡыт кәрәк, ә алда – йәнә өс саҡрым..
“Буран” беҙҙекеләргә имен-аман ғына шыуышып барып етәсәген белмәй әле. Бысраҡ Украина ерендә аяҡтарындағы яраларына инфекция ингәнен дә һиҙмәй. Бер нисә операция үткәрәсәге лә башына инеп сыҡмай. Сираттағы миҙалын аласағын да, әлбиттә, белмәй. Иң мөһиме – ул иҫән һәм үҙебеҙҙекеләр яғына шыуыша...
Ҡурҡыныс сир
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА
Әхирәте сығып китеп, артынан шарт итеп ишек ябылғас ҡына, Шәүрә иҫенә килгәндәй итте. Матур рауза гөлләмәһе тотоп, ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотларға тип килгән Зөлфирә әллә нимәләр һөйләп, шаңҡытып сығып китте шул.
Бәләкәйҙән бергә үҫеп, бер парта артында ултырып, бөтә эс серҙәрен уртаҡлашҡан әхирәте уны ғүмер буйы күрә алмаған булған икән дәһә. Быға тиклем ниңә шымып йөрөнө икән? Ни өсөн тап бөгөн килеп асылырға булды? Көтмәгәндә, уйламағанда бысрағын түгеп сығып китте. Шул ғүмер нисек түҙеп йөрөгән тиген. Уның ҡарауы, ана нисек әҙерләнеп килгән. Шарап еҫе лә аңҡып тора үҙенән. Ҡыйыулыҡ өсөн эскәндер инде. Эсмәһә, бәлки улай уҡ ҡыланмаҫ та ине. Хәйер...
Шәүрә яйлап ҡына атлап тәҙрә янына килде. Ана, Зөлфирә бер ни булмағандай, һелкетә баҫып, боролошҡа етеп тә бара. Шәп атлаған. Оҙаҡламай күҙҙән юғаласаҡ. Эйе, үҙе юғалыр, әйткән һүҙҙәре оҙаҡ ваҡыт йөрәген әрнетеп торасаҡ әле.
Ҡыҙыҡ, нимә тураһында уйлап бара икән әлеге мәлдә? Әйтер һүҙемде әйттем барыбер, тип тантана итәме, әллә әҙерәк булһа ла үкенәме икән? Юҡтыр, кеше күңелен уйлай торған әҙәмгә оҡшамаған әхирәте. Алыштырып ҡуйғандармы ни, улай түгел ине бит ул.
Ә урамда шул тиклем матур. Салт аяҙ. Күңелле итеп ҡоштар сырҡылдашҡаны ишетелә. Һалҡыныраҡ булһа ла, яҙ еҫе танауға бәрелә. Оҙаҡламай бар тәбиғәт уяныр, бөтә ер йәшеллеккә күмелер. Донъя иҫ китмәле матур, ҡәҙерен белеп кенә йәшә лә бит... Юҡ инде, әҙәм балаһына барыбер нимәлер етмәй.
Шәүрә йөрәге ҡыҫып, диванға барып ултырҙы. Кәйеф ҡырыу өсөн күп тә кәрәкмәй шул. Ярай әле өйҙә бер үҙе. Ире ҡайтып ингәнсе, тынысланырға кәрәк. Көнө шундай матур башланғайны ла бит. Йоҡоһонан торғас та хәләле сәскәләр гөлләмәһе бүләк итеп ҡыуандырҙы. Балаларынан, дуҫтарынан ҡотлауҙар ҡабул итте. Байрам көндә барыбер килеүселәр булмай ҡалмай, тип үҙе лә матур итеп бешеренде. Улы менән килене, балаларын эйәртеп, килеп киттеләр ҙә инде. Эш урынынан да килделәр. Аҙаҡ күрше Әҡлимә инәй менән сөкөрҙәшеп сәй эсеп алдылар. Һәйбәт кеше инде ул. Изгелеген күп күрҙе Шәүрә. Балалары бәләкәй саҡта ярҙамы һанап бөткөһөҙ булды. Йорт-тирәһенә лә һәр ваҡыт күҙ-ҡолаҡ булып торҙо, рәхмәт яуғыры. Юҡҡа ғына, яҡшы күрше тура килеү – ярты бәхет, тип әйтмәйҙәрҙер инде. Ни тиһәң дә, ғүмерең шулар менән үтә бит.
Эх, Зөлфирә... Һине шулай ҡара эслеһеңдер тип башыма ла килгәне булманы. Әллә үҙем иғтибарһыҙ булдым, әллә һин ысын йөҙәңдө шулай оҫта йәшерә белдең... Алай ҙа класташтар бергә йыйылғанда, ҡунаҡтарҙа һәр ваҡыт төртмәкләп ала торған ғәҙәтең була торғайны, мин быға иғтибар ҙа итмәнем. “Ниңә ҡаты ғына әйтеп, шуның ауыҙын япмайһың?” – тип әйткеләштерҙеләр ҙә бит, юғиһә. Ә мин: “Уның холҡо шулай, уның ҡарауы эскерһеҙ, эсендәге тышында ул беҙҙең Зөлфирәнең”, – тип йылмая ла ҡуя торғайным. Яңылышҡанмын. Бына бөгөн дә өйөңдән үк шундай ҡара уйҙар менән сыҡҡан булһаң да бер ни белгертмәй, май ҡояшындай балҡып килеп ингәйнең бит. Аҙаҡ, оҫта ғына итеп ағыуыңды сәсә башланың.
...Мәктәпте тамамлағандан һуң, уларға артыҡ аралашырға тура килмәне. Зөлфирә ҡалаға сығып китте, Шәүрә медицина институтынан һуң, тыуған яғына ҡайтып эш башланы. Әхирәте менән, тегеһе ауылға ҡайтҡанда ғына, осрашып һөйләшәләр ине. Ул ваҡытта Зөлфирә артыҡ бер нәмә лә һиҙҙермәһә лә Шәүрәнең яҙған хаттарына бер ваҡытта ла яуап бирмәүе нимәлер тураһында һөйләгән бит. Ваҡыты юҡтыр, тип аҡланы ул саҡта ла класташын. Бала саҡта бөтә серҙәре уртаҡ кеүек ине. Һағына ине ул әхирәтен.
Ауылға һирәк ҡайтты Зөлфирә. Аҙаҡ Шәүрәләр район үҙәгенә күсеп китте. Ҡайтҡан хәлдә лә, уны күреп ҡалыу мөмкинлеге булманы. Шунан бөтөнләй аралар өҙөлдө.
Әле балалыҡ дуҫы үҙе килеп ингәс, Шәүрәнең ҡыуанысының сиге булманы. Ҡаланан ҡайтҡаны күренеп тора, матур итеп кейенгән, биҙәнгән. Төҫкә-башҡа матур ҡатын ул Зөлфирә. Иллене үткән тип уйламаҫһың да. Шәүрә һоҡланыулы ҡарашын йәшерә алманы.
–Бер ҙә бирешмәгәнһең дә ул. Шул һылыулығың.
–Ә шулай ҙа Мансур һине һайланы...
Хужабикә, ғәҙәттәгесә уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмаҫҡа тырышты. – Әйҙә, тәмле генә итеп сәй эсеп алайыҡ әле, – тип ҡунағын түргә саҡырҙы. Өҫтәл янында Шәүрә әллә күпме ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫенә төшөрөп һөйләне.
–Һин хәҙер баш ҡаланың үҙендә йәшәйһең. Ҡасандыр уны барып күреү барыбыҙҙың да хыялы ғына ине. Хәҙер һиңә шул ҡала менән бәйле бер серемде асам әле. Был турала өйҙәгеләрҙән башҡа бер кем дә белмәй, –тип Шәүрә Зөлфирәгә яҡыныраҡ күсеп ултырҙы. –Бер уйлаһаң, әллә нимәһе лә юҡ инде, әммә кешегә һөйләргә оялдым. Көлөрҙәр тип уйланым.
Быға тиклем битараф ҡына ултырған Зөлфирә лә йәнләнеп киткәндәй булды. “Йә, шул тиклем ниндәй мөһим хәбәр икән?”– тигәндәй ҡарашын уға йүнәлтте.
–Иҫләйһеңдер әле, икенсе класты тамамлағас, өләсәйем мине үҙе менән Стәрлегә, Маһира әбейемдәргә ҡунаҡҡа алып китте. Ул ваҡытта беҙҙең кластан ғына түгел, бөтә ауылдан ҡалаға барған кеше булмағандыр. Шуға күрә, ул үҙенә күрә, ҙур ғына бер ваҡиғаға әйләнде. Уҡыу йылы тамамланыуға ун көнләп ваҡыт ҡалһа ла, мине бер һүҙһеҙ ебәрҙеләр. Руссаға өйрәнеп ҡайтырһың, тигән булды уҡытыусыбыҙ Мәрйәм апай.
Туңдырманы ла шунда тәүгегә ашап ҡараным. Тәмлелегенә иҫем киткәйне. Аҙаҡтан ашағы килеп тик тора бит әй. Бер көндө туңдырма алам, тип шым ғына сыҡтым да киттем. Оҙаҡ йөрөнөм, тик кисәге туңдырма һатылған урынды таба алманым да ҡуйҙым.. Йөрөй торғас, бер заман әллә ҡайҙа килеп сыҡтым. Ни ҡайтыр юлды онттом. Ҡыҫҡаһы, аҙаштым. Өйҙәр барыһы ла бер иш, ҡайһыһы әбейемдәрҙеке икәнен белә алмайым. Шуға күрә әллә күпме фатир ишегенә шаҡып йөрөргә тура килде. Ә унан ят апай-ағайҙар ишекте аса. Белгән-белмәгән тел менән урыҫсалап: “Маһира әбейем бында йәшәмәйме ни?” – тип һорайым. Тегеләр баштарын ғына сайҡай. Хәҙерге һымаҡ кеҫә телефоны булһа икән ул. Шунан бер апай осраны. Беҙҙеңсә һөйләшә. Эштең ниҙә икәнлеген аңлатып биргәс, шунда торған эскәмйәгә ултырып торорға ҡушты ла, үҙе ҡайҙалыр юғалды. Оҙаҡламай милиция машинаһы килеп туҡтаны. Теге апай мине ултыртты ла ебәрҙе. Шулай милиция бүлмәһенән килеп алдылар үҙемде. Ну, өләсәйемдән эләккәйне...
Әхирәтенең уны бөтөнләй тыңламай, бер нөктәгә төбәлеп, уйға батып ултырыуы хужабикәне артабан һөйләүенән туҡтарға мәжбүр итте. Нимәлер булған быға, тигән уй үтте башынан. Уның ниҙер әйтергә теләгәндәй, һөҙөп ҡарап ултырып, кәрәкмәгән бер нәмәне әйтеп ҡуйыуы ла аптыратты, күп һорауҙарына яуап бирмәйенсә, үткәреп ебәреүе лә аңлашылманы. Йылмайыуына тиклем икенсе тип иғтибар итте Шәүрә аҙағыраҡ. Күҙҙәре тынысһыҙ, зәһәр уттар сәселеп киткәндәй. Ҡурҡыныс бер нәмә булырын һиҙенгәндәй, хужабикәнең йөрәге һулҡылдап ҡуйҙы.
Түрьяҡҡа сығып ултырғас, Зөлфирәнең йөҙө тағы ла нығыраҡ ҡарайҙы. Оҙаҡ итеп бүләк гөлләмәләргә ҡарап ултырҙы ла:
–Барыбер һиңә был донъяла бөтә нәмә еңел бирелде, – тип һүҙ башланы. – Аҡ халат кейеп кенә, ғүмер буйы йылыла ултырҙың...
–Эйй, үҙе ошо сферала эшләмәгән кеше генә шулай тип уйлай ул. Ауырыуҙарың ғүмере өсөн яуап бирәһең бит.
. –Уның ҡарауы , ниндәй хөрмәт, дан-шөһрәт. Аллаға табынғандай табыналар ине бит үҙеңә. Бына әле лә, хаҡлы ялда булыуыңа ҡарамаҫтан, өй тулы гөлләмәләр. Ҡайҙан килгән улар? Миңә ундай ихтирам юҡ бит. Ни өсөн? Мин һинән кәм эшләне тиһеңме? Ю-у-у-ҡ, мин дә тырыштым. Көнө-төнө эшләнем, әммә әллә ни мандый алманым.
Һинең уңыштарыңды күреп гел эсем бошто. – Шулай асыҡтан-асыҡ итеп әйтте Зөлфирә. Шул тиклем тигеҙһеҙлеккә иҫем китә. Нимәң менән артыҡ һуң һин минән, ә?
Үҙен-үҙе ҡыҙҙырып, Зөлфирә ярһығандан-ярһыны. Ажарланып тороп китеп, Шәүрәнең ҡаршыһына уҡ барып баҫты. –Ауылдың беренсе егетенә кейәүгә сыҡтың, балаларың уҡыны, кеше булдылар.
Зөлфирәне туҡтатырлыҡ әмәл юҡ ине. Шәүрәнең өҫтөнә бер биҙрә һыуыҡ һыу һиптеләрме ни. Ни әйтергә белмәй албырғап ҡалды. Ҡуйсәле, әхирәт, юҡты һөйләмә, тип уны тынысландырырға тырышты.
Шуны ғына көткәндәй, тегеһе оторо китте. – Ниндәй әхирәт булайым ти мин һиңә. Мәктәптә уҡығанда уҡ үҙеңде күрә алманым. Тик был турала әйтергә форсат ҡына тапманым. Яйы сыҡманы. Нисек итеп әйтергә белмәнем. Хәҙер бына ваҡыты етте. Һин бит бер нәмәгә интекмәй үҫтең, барыһы ла булды, Мәктәпкә төшкәс, яҡшы уҡының. Миңә ни эшләптер бөтә нәмә ауыр бирелде. Бер заман өҫтөмдән шефлыҡ итергә ҡушып ҡуйҙылар үҙеңде. Өйгә эште эшләй алмаһам, һеҙгә барам. Дәрескә әҙерләнмәйенсә барырға ярамай. Шунан һинең бушағаныңды көтөп ултырам. Ғәрләнмәне тиһеңме ни? Әсәйемдәр гел үҙеңде өлгө итеп ҡуйырҙар ине. Нисә ҡарама, китаптарыңа ҡаҙалып ултырһаң да һин һәйбәтерәк күрендең. Ә мине эштән бушатманылар. Барыбер аламамын, йүнһеҙмен. Бына шуға һин сыҙар инеңме?
–Ә минең ғәйебем ниҙә һуң? – тип саҡ әйтә алды Шәүрә.
–Ғәйебеңме? Бар ғәйебең. Һин нисектер барыһына ла һәйбәт булып күренә белдең. Шул сығырымдан сығара торғайны. Минең этләшкән ваҡыттарымды ла белмәнең түгел, белдең. Хәтереңдәме, сығарылыш йылы ине. Һеҙгә килһәм, һин имтиханға әҙерләнеп ултыраһың, шунда үҙең күрмәгәндә китаптарыңды алып йәшерҙем. Аҙаҡ, ваҡыты үткәс, килтереп бирҙем. Яңылыш алып ҡайтып киткәнмен, тинем. Юрый эшләгәнемде белдең бит, ниңә шул ваҡытта пыр туҙҙырып әрләшмәнең. Мин дә шунда бер ыңғай әйтер һүҙҙәремде әйтеп ҡалған булыр инем. Уның ҡарауы был тиклем йыйылмаҫ ине бына бында тип йөрәге тапҡырына йоҙроғон килтерҙә. Ә һин рәхмәт әйттең дә китаптарыңды алып ҡуйҙың. Мин йәнә бер нәмә лә әйтә алмайынса бер һантый булып күрендем. Шунда аҙ ғына ла шикләнмәнеңме ни?
–Холоҡ-фиғелем шундай булғас, нимә эшләйем һуң? Берәй ваҡыт минең кем менәндер талашып йөрөгәнемде күргәнең булдымы? Кәрәк ваҡытта ла ирешә белмәйем.
–Ярай, шулай ҙа булһын ти. Ә Мансур... Уны яратыуым тураһында белдең бит. Ләкин Мансур һине һайланы. Шундай шәп кеше булғас, әхирәтең хаҡына мөхәббәтен кире ҡаға алманыңмы ни?
–Һуң һеҙҙең арала бер ни ҙә юҡ ине бит. Белеүемсә, Мансур бер тапҡыр оҙатып та бармаған үҙеңде. Бары тик һин генә оҡшатып йөрөнөң. Аҙаҡ ауылдан сығып киттең. Үҙең менән дә был турала һөйләшкәйнек тә инде. Бер нәмә лә килеп сыҡманы тигәйнең. Икегеҙ дуҫлашҡанды күрә тороп, арағыҙға керер инемме ни? Юҡ, әлбиттә.
–Ҡыланып ултырма инде, Һин кире ҡаҡһаң, ул барыбер миңә килер ине. – Бер аҙҙан Зөлфирә ҡапыл һөйләүенән туҡтап, нимәлер уйлап торҙо ла ҡысҡырып көлә башланы.
–Эйе, минең ғүмерем үкенестә үтте. Ике тапҡыр иргә барып айырылдым. Береһе менән дә уңманым. Тәүгеһе ата ялҡау булды, үҙем ҡыуып сығарҙым. Икенсеһе, балаларҙың атаһы, үҙе сығып китте. Минең холоҡҡа сыҙай алманы. Бер мәл тыуған көнөндә был эшенән ике иптәшен эйәртеп алып ҡайтты. Йәнәһе, теләһә ҡайҙа ултырғансы, байрамын өйҙә генә үткәрә. Бер уйлаһаң, бер аламалығы юҡ бының, киреһенсә, һәйбәт. Берәү булһа, ҡыуаныр ине, ә минең, алдан әйтеп, ризалығымды алмауы асыуымды ҡабартты. Үҙе өҫтәлгә ултыртырға тип магазиндан ризыҡтар ҙа алып ҡайтҡан. Бер яртылары бар. Өҫтәл артына ултырҙылар. Ирҙе ҡотлайҙар, күккә күтәреп маҡтайҙар. Ысынлап та һәйбәт кеше ине. Ә минең эстә нимәлер ҡайнай, һыйыша алмайым. Былау бешергәйнем. Кәстрүле менән тотоп сыҡтым яндарына. Шул ваҡыт:“Әйҙә әле, кәләш, әҙ генә булһа ла беҙҙең менән ултырып ал”, – тип ир билемдән эләктереп алды бит. Былай ҙа ярһып йөрөгән кеше, үҙем дә һиҙмәҫтән, кәстрүлде башына тот та ҡапла. Ярай, былау әҙерәк һыуынып өлгөргәйне. Иптәштәре тора һалып сығып тайҙылар. Ә ир... Бер һүҙ өндәшмәй әйберҙәрен йыйҙы ла сығып китте. Башҡаса ҡайтып йөрөмәне. Бына шулай. Быларҙы һиңә ниңә һөйләйем әле, үҙем дә аңламайым.
Ә-ә-ә, беләһеңме, Зөлфирә башына шәп бер уй килгәндәй, ҡәнәғәт йылмайҙы ла һүҙен дауам итте. – Мансурҙың да һин тип бик иҫе китеп барманы, шикелле. Шулай булмаһа, миңә өйләнмәгәненә үкенеп ултырмаҫ ине...
–Нимә тинең? – Артабан был юҡ-барҙы тыңларға хәле лә, теләге лә юҡ ине Шәүрәнең. Шуға бөтә көсөн йыйып, әкрен генә тороп баҫты ла ҡунағына юлды ишеккә табан күрһәтте.
–Бар, сығып кит. Эскәнһең, әллә нимәләр һөйләп тораһың бында.
–Юҡ инде, әйтер һүҙем бөтмәне әле. Тыңла. Һин бит ғүмерең буйы карьера артынан ҡыуҙың. Ирҙе бит уны ҡарарға кәрәк. Иғтибар етмәне Мансурға. Бер мәл, кискеһен әсәйемдәргә килеп инде. Минең ялға ҡайтҡан ваҡыт. Ә һин төнгө сменала. Ана шунда илап, һиңә өйләнгәненә үкенеп ултырҙы. Шул ваҡытта бер ҡарарға килергә кәрәк булған да бит... Юҡ шул, булдыра алманым. Ә бер йылды хәтереңдәме, Мансур Өфөгә дауаханаға килгәйне...
–Эй, бисәкәй, асыҡтырҙы, берәй нәмәң юҡмы шунда, –тип оҙаҡламай Мансур ҡайтып инде. Ҡатынының борсоулы йөҙөн күреп, аптырап ҡалды.
–Байрам көндө ниндәй уйға батып ултыраһың ул?
–Былай ғына, йәш ваҡыттар иҫкә төшөп китте.
–Зөлфирәне күреп ҡалғайным. Алыҫтан ғына. Беҙгә килдеме әллә?
–Эйе, беҙҙә булды.
–Нисек унда әхирәтең? Ҡала тормошо килешкән шикелле үҙенә.
–Ҡала ере барыһына ла килешә инде ул. Мин дә бына былай бирешмәгән булыр инем. – Шәүрә тиҙерәк үҙен ҡулға алып, ирен аш бүлмәһенә саҡырҙы.
Ҡатынының үҙе менән ҡоро ғына һөйләшкәнен Мансур аңлап етә алманы. – Шул ике арала нимә булды икән?
–Зөлфирә юҡ-бар һөйләп, башымды ҡатырып китте әле, – тип Шәүрә иренә асылмай булдыра алманы.
–Бәй, тағы ла нимә булған, – тип ҡатынының яурынан ҡосаҡлап алырға уйлағайны, тегеһе янтайыбыраҡ ҡуйҙы. – Әһә, һөйләшеү етди булырға оҡашай, – тип уйлап ҡуйҙы Мансур.
–Иғтибар менән тыңлайым, әсәһе.
–Байтаҡ йылдар элек булған хәл был. Һин сирләп китеп, Өфөлә республика дауаханаһында ятып сыҡҡайның бит.
–Эйе, шунан?
– Шунда баҙарҙа Зөлфирәне күрҙем, ит һатып тора тигән инең. Киске автобусҡа һуңлағас, ул үҙҙәренә алып ҡайтҡан, шулай бит? Шунда нимәләр булды, һөйлә әле.
Иренә тулыһынса ышанһа ла, Шәүрәгә Зөлфирәнең һөйләгәндәре тынғы бирмәне.
–Һин нимәгәлер шикләнәһең, ахырыһы?– тип Мансур аптырап ҡатынына ҡараны. – Кит, ғүмере булмағанды, нимә ҡыйланаһың ул? Уның ире, балалары өйҙә ине. Күмәкләп, бергә ултырып ашаныҡ та, мин йоҡларға яттым. Иртәгәһен ире автовокзалға илтеп ҡуйҙы, хатта. Ә-ә-ә, киске аш ашағанда бер бәйләнешһеҙ әллә нимәләр һөйләп маташҡайны шул. Йәнәһе лә, минең бисәм, йәғни һин, ғүмер буйы бер урында эшләп, шундай абруй ҡаҙанып, район үҙәгенән сығып китә алмағанбыҙ. Шәүрә урынында булһаммы, әллә ҡасан баш ҡалаға килеп, үҙемде лә, балаларымды ла фатирлы итеп бөткән булыр инем. Бигерәк бер ҡатлы шул минең әхирәт, алдан күрә белеү тигән нәмә юҡ үҙендә. Бер урында тапаныуҙан ары китә алманы, тигән һымағыраҡ һүҙҙәр һөйләп ҡуйғайны шул. Ире тыймаһа, тағы әллә нимәләр ләпелдәргә уйы бар ине. Мин инде, ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, тип өндәшмәйерәк ултырҙым. Шул ғына.
–Зөлфирәнең ауылға бер ҡайтҡанында, Ғәйшә инәйҙәргә барып, ғәфү үтенеп тә ултырғанһың әле һин. Уға өйләнмәгәнеңә бик ныҡ үкенгәнһең икән...
–Үәт, йүнһеҙ ҡатын, олоғайғас, аҡылынан шаша башланымы икән? Әллә нимә булһа ла уға өйләнәсәгем юҡ ине. Һин дә инде шуны тыңлап ултырғанһың. Мин Зөлфирәне бер ваҡытта ла яратманым. Һинең дә уның менән дуҫ булып йөрөүеңә аптырай инем әле. Уртаҡ бер нәмәгеҙ юҡ та инде. Етмәһә алдаҡсы ла икән. Юҡты һөйләп, кеше араһын бутап йөрөмәһә. Төрлө хәлдәр булды, ләкин мин бер ҡасан да һине яманлап, исемеңде һатып йөрөмәнем. Киреһенсә, барыһы өсөн дә рәхмәтлемен генә.
Шәүрә тынысланып, башын иренең яурынына һалды. Әлбиттә, ғүмер буйы йәшәгән иренә ышанмай буламы һуң? Ундай-бындай хәл була ҡалһа, күптән ауылда хәбәр таралған булыр ине. Бындай һөйләшеүҙе башлағанына үҙенә оят булып китте хатта. Ғәйепле кешеләй, Шәүрә иренә иркәләп бер ҡараны ла һауыт-һаба йыйыштырыуға тотоноп китте. Бер аҙ эш менән булып алайым әле, тип Мансурҙың кейенеп урамға сығып китеүе булды, тып итеп Зөлфирә күҙ алдына килеп тә баҫты. Әшәке һүҙҙәре ҡолағы төбөндә яңғыраны: – Бер заман Мансурың ныҡ ҡына эсеп алды ла инде. Шунда эй ҡыуанғайным. Был ҡатын өсөн дә хөрриәт бөттө, былай булғас, тигәйнем. Эскән ир менән йәшәүе рәхәт түгел ул. Үҙемдең атайымдан беләм. Хәтерләйһеңдер әле, туҙынған сағында һеҙгә килеп тә ҡуна инем. Һин быларҙың береһен дә күрмәнең. Асыуымды килтереп, булмаҫтай әллә нимәләр һөйләп, йыуатып маташа торғайның ишеү. Был турала нимә беләһең дә, нимә аңлайһың? Ҡыҫҡаһы, шул ваҡытта, тынысланғайным бер аҙ. Тик, шатлығым оҙаҡҡа барманы. Әле бына әсәйем янына ҡайттым да, һөйләшеп ултырабыҙ. Сират һеҙгә килеп етте. Һине эскән ир менән интегеп йәшәйҙер инде, тип уйлайым бит инде. Ә әсәйем: –Уй, Мансурҙың эсмәгәненә хәҙер нисәмә йыл икән. Оҙаҡ тәртиһеҙләнеп йөрөмәне бит ул. Бер мәл булып алды ла, шунда уҡ аҡылына ҡайтты. Йүнһеҙ, төшөп ҡалған кеше түгел дә инде ул. Олоғайған көндәрендә пар күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәйҙәр. Район үҙәгенә барғанда кергеләп йөрөйөм. Күреп ҡалһалар, үҙҙәре лә алып ҡайта. Донъялары матур. Йорт тирәһендә һәләк бергәләшә Мансур. Аҡыллы ҡатын бит ул беҙҙең Шәүрә. Кеше итеп алды барыбер үҙен, тимәһенме. Күрәһеңме нисек? Беҙҙең Шәүрә тиҙәр үҙеңде. Минең йән көйҙө лә китте. Көймәҫлекме ни? Бер ҡыҙғанда барыһын да әйтәм, тип килдем. Бына шулай, әххирәт. Хәҙер бөтәһен дә беләһең. Инде китһәм дә була. Башҡаса борсоп йөрөмәм. Йән тыныслығы теләйем үҙеңә. Их, Зөлфирә. Йән тыныслығы үҙеңә кәрәк икәнен аңламайһың шул. Ауырыйһың бит һин. Бик ҡаты сир эләктергәнһең. Үҙеңдең донъяң, балаларың бар, тағы ла нимә етмәй? Шөкөр итергә кәрәк. Бөтә бәхетһеҙлегеңдә кешене генә ғәйепләп, әллә ҡайҙа китеп булмай ул. Сәбәбен әҙерәк үҙеңдән дә эҙләргә кәрәк. Балаларыңдың атаһы ла алама кеше булмаған бит. Ғүмер буйы көнләшеп, үс тотоп, бөтә уйлаған уйың аламалыҡта булһа, нимәгә генә өлгәшә алырһың икән? Нисек кенә булмаһын, ғүмер буйы дуҫым тип йөрөгәнгәлер инде, был һөйләшеүҙән һуң Шәүрәгә ҡыйын ине. Йөрәге түрендә ниндәйҙер бер бушлыҡ хасил булғандай итте. Һуңынан, бәлки, үтер ҙә. Атаһы мәрхүм иҫән булһа: “Ундай кешенән алыҫыраҡ тороуың хәйерле”, – тиер ине. Бәлки, шулайҙыр ҙа... ...Бер көндө хәле бөтөп Әҡлимә инәй килеп инде. Күршеләренең көңгөр-ҡаңғыр сәй эсеп ултырғанын күргәс, йөҙө балҡып, йылмайып ебәрҙе. –Уфф, Аллаға шөкөр, барыһы ла яҡшы икән. Ҡотто алдылар ҙаһа. –Нимә тип? –Күршегеҙҙә дауыл ҡупҡаны һиҙелмәйме? Барып хәлдәрен белеп сыҡ, духтырығыҙға ашығыс ярҙам кәрәкмәйме икән? –тип шылтыратасы анау Ғәйшәнең ҡыҙы. Кем әле шул? Ай әттәгенәһе, хәтере. Исемен оноттом. –Зөлфирәме? –Шул, шул. Мансур менән Шәүрә бер-береһенә мәғәнәле генә ҡарап, йылмайышып алдылар. Ярай әле, былар ныҡлы һынау үткән парҙар. Юғиһә, кеше һүҙе кеше үлтерә, тиҙәр, Алла һаҡлаһын. Көнсөллөк бигерәк алама сир шул.