+14 °С
Облачно
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
14 Сентября , 08:21

Ҡотлайбыҙ!

Хәйбулла районы Аҡъярҙағы 3-cө "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Шәрипова “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” маҡтаулы исеменә лайыҡ булды.

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Награданы бөгөн Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында тапшырҙы.

Альбина Шәрипова быйыл "Уҡытыу туған телдә алып барылған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы йыл тәрбиәсеһе" республика конкурсында иң-иңе булып танылғайны. Яңыраҡ Липецк ҡалаһында уҙған «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» V Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсында Башҡортостан данын яҡлап, илдең иң яҡшы 46 тәрбиәсеһе араһында еңеүгә лайыҡ булды.

Был бәйгелә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе, Өфөләге А. Хохлов исемендәге 10-сы белем биреү үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Ләйсән Хәсәнова ла ҡатнашты һәм “Быуындар бәйләнеше” номинацияһында еңеүсе булды. Уларҙың ғаилә педагогик стажы – 1207 йыл!

Ҡотлайбыҙ!

Фото: resbash.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас