0 °С
Облачно
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
6 Октября , 05:48

"Ҡарағай" шифаханаһына юлламаны кем отто?

Район һәм республика гәзит-журналдарына яҙылыусылар араһында "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто ярты йыл һайын шәп бүләктәр уйната. Бөгөн БСТ каналында тура эфирҙа гәзитле лә, бүләкле лә булыусылар билдәләнде. 

Добавить в предпочтительные источники Google
"Ҡарағай" шифаханаһына юлламаны кем отто?"Ҡарағай" шифаханаһына юлламаны кем отто?
"Ҡарағай" шифаханаһына юлламаны кем отто?

Шарт буйынса, 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына ике баҫмаға яҙылыусылар ҡатнаша алды. Бына улар, еңеүселәр:

Ҡар таҙартыу машинаһын журналистика ветераны Марсель Сәлимов эләктерҙе. Ноутбук - Нуриман районы Яңы Күл ауылынан Н. Әхтәрйәноваға, робот-саң һурҙырғыс - Ейәнсура районы Абҙан ауылынан М. Бикбаеваға, телевизор - Ауырғазы районы Усман ауылынан Ф. Әхмәтоваға, туңдырғыс Салауат районы Әлкә ауылынан А. Сиражеваға сыҡты. 

Ә Мәсетле районындағы "Ҡарағай" шифаханаһына юлламаны Ҡырмыҫҡалы районы Константиновка ауылынан Марина Ипполитова отто. Ҡотлайбыҙ!

 

Автор фотолары.

"Ҡарағай" шифаханаһына юлламаны кем отто?
"Ҡарағай" шифаханаһына юлламаны кем отто?
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас