0 °С
Облачно
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
6 Октября , 10:50

Ҡотлайбыҙ, Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы!

Билдәле кинорежиссёр Вилүрә Иҫәндәүләтованың «Ҡалдырмағыҙ беҙҙе» тулы метражлы нәфис фильмы Владикавказда үткән «Бәләкәй принц» халыҡ-ара кинофестивалендә баһалама ағзаларының махсус призы менән бүләкләнде!

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡотлайбыҙ, Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы!Ҡотлайбыҙ, Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы!
Ҡотлайбыҙ, Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы!

Фестиваль Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһында 26 сентябрҙән 2 октябргә тиклем булды. Киң прокатҡа сыҡҡансы «Ҡалдырмағыҙ беҙҙе» фильмы икенсе тапҡыр халыҡ-ара конкурста ҡатнашты.

Әйткәндәй, Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының баш режиссёры Вилүрә Иҫәндәүләтова — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Тэфи»-2006 премияһы лауреты, Рәсәй кинематографистар союзы ағзаһы, бик күп Рәсәй һәм халыҡ-ара кинофестивалдәр призёры, шулай уҡ Рәсәйҙең иң яҡшы документаль фильмы өсөн «Алтын шәм» премияһы лауреаты. Шулай уҡ уны Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә күренекле документалист булараҡ беләләр. Билдәле режиссёрҙың «Ике килгән ғүмер», «Тәүбә», «Һыу инәһе», «Мөрйәлә төтөн бар әле» һәм «Ап-аҡ ҡарҙар» фильмдары барыһына ла таныш.

Ә быныһы — тулы метражлы беренсе эше. «Ҡалдырмағыҙ беҙҙе» — Айгиз Баймөхәмәтовтың автобиографик әҫәрҙәре нигеҙендә төшөрөлгән фильм.

Сюжет үҙәгендә — бәхетле ғаиләләге малайҙың тарихы. Ул ҡапыл ташландыҡ балаларҙың һалҡын һәм дуҫтарса булмаған донъяһына барып эләгә. Фильм етемлек, иман, ғаилә бәйләнештәрен юғалтыу темаларын күтәрә. Тик изгелек, яҡшылыҡ һәм теләктәшлек кенә бар ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итеүен күрһәтә.

Фильм балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, шулай уҡ имен ғаиләләрҙә үҫкән үҫмерҙәр, балаларҙы уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алған ата-әсәләр өсөн көнүҙәк булып тора.

Ҡотлайбыҙ, Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы, һеҙгә тағы ла юғары уңыштар теләйбеҙ!

Ҡотлайбыҙ, Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы!
Ҡотлайбыҙ, Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы!
Ҡотлайбыҙ, Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас