

Шулай тип яҙҙы билдәле шағир, яҙыусы, драматург, "Йәншишмә"нең элекке йәш хәбәрсеһе Мөнир Ҡунафин.
"Унынсы синыфта уҡып йөрөгәндә Рөстәмдең атаһы Милләт Ташбулатович (данлыҡлы шәхес, Баймаҡта беренсе секретарь булды) ауыл хужалығы институтынының урман хужалығы факультетына инер өсөн курс эштәрен тапҡан ине. Мин математик булдым, шуға Рөстәмгә ярҙам итеп, икәүләшеп ошо мәсьәләләрҙе сисә инек. Киләсәктә икебеҙ ҙә лесник булырға хәл иттек. Минең иһә атаҡлы Ноғман Мусин һымаҡ, урманда эшләп, урман тураһында әҫәрҙәр яҙыу ине хыялым. Тик...
Урман һаҡлай алманыҡ, рухиәт һағына баҫтыҡ: мин - әҙәбиәт юлын, Рөстәм театр сәхнәһен һайланы.
“Бер ғүмер етмәй икән” спектален беҙ бар күңелебеҙҙе һалып эшләнек. Ҡайҙа, премия тураһында иҫкә лә инмәне. Бары яуҙағы егеттәребеҙҙең батырлығын, яугирҙәребеҙҙең һыҙланыуын, тормошҡа ҡараштары үҙгәреүен, һуғыштың асылын, сәбәптәрен һәм Ватан берәү һәм изге икәнен генә аңлатырға ынтылдыҡ. Килеп сыҡты, буғай. Эшебеҙҙе халыҡ күтәреп алды.
Фәнис Хөсәйеновтың әсәһе Фәриҙә апайҙың сәхнәгә сығып “Ҡаһарман”ды уйнаған Байегет Мөхәрләмовты ҡосаҡлап, рәхмәт һеҙгә, улымды ҡайтарҙығыҙ, тип һыҡтап илауы беҙҙең ижадҡа бер баһа булды. Икенсеһе ғалимә Гөлсәсәк Саламатованың фекере: “Мин бөгөн шуны аңланым: һуғыштың төп ҡаһармандары икәү – батырҙар һәм талантлылар. Бөгөн сәхнәлә яугирҙар батырлығы ғына сағылманы, бөгөн сәхнәлә батырлыҡҡа тиң талант сағылды”.
Өсөнсөһө Әлшәй районынан килгән, яугир ул үҫтергән Әсәнең баһаһы: “ Ошо спектаклдән һуң һуғыштың ни өсөн барғанын, улымдың унда ниндәй шарттарҙа, ни өсөн һуғышҡанын тулыһынса аңланым. Һис тә юҡҡа ғына йөрөмәй икән йөрәккәйем минең. Яугирҙар сәхнәнән сығып киткәс, иҫән генә йөрөгөҙ, тип ҡул болғап тик торғанмын. Ҡыҙым өндәшкәс кенә аңлап ҡалдым, былар бит ысын яугирҙар түгел, артистар ғына. Улар барыбер минең өсөн ысын яугирҙар, беҙҙе уйландырып, илатып улар ҙа Еңеүҙе яҡынайта”.
Салауат Юлаев исемендәге премияға беҙ Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры коллективы менән мина яланы аша, пуля ямғыры аҫтынанда, күкрәгебеҙҙә Еңеү байрағын ҡосаҡлап, яугир егеттәребеҙ менән бергә алға табан һөжүмгә барып, яраланып, тағы ҡалҡып, мең үлеп, мең терелеп килдек. Шуға ла ул ҡәҙерле һәм танһыҡ".
Мөнир Сәхиулла улы, ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә тағы ла фәһемле әҫәрҙәр көтәбеҙ!