Каникулға ҡунаҡҡа килеп, оккупацияланған биләмәлә тороп ҡала. Оҙаҡламай Оболь станцияһында асылған «Йәш үс алыусылар» йәшерен ойошмаһының ағзаһы булып китә һәм партизан отряды ҡушыуы буйынса разведкаға йөрөй, листовкалар тарата, дошманды ҡыйратыуҙа диверсияларҙа, операцияларҙа ҡатнаша. Немец офицерҙарын әҙерләү курсы ашханаһында эшләгәндә йәшерен ойошманың ҡушыуы буйынса аҙыҡ-түлекте ағыулап, йөҙҙән артыҡ фашист яҡты донъя менән хушлаша. Ә бының өсөн күпме тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ талап ителгәнен ҡыҙ үҙе генә белә. Бер мәл ғәйепһеҙлеген иҫбат итер өсөн немецтар алдында ағыуланған ашты ашап, саҡ иҫән ҡала.
1943 йылдың декабрендә Зинаны разведканан ҡайтып килгәндә иҫкәрмәҫтән фашистар тотоп ала. Мостище исемле ауылдағы бер һатлыҡ йәндең этлеге был. Фашистар ҡыҙҙан һорау алырға тотона. Ләкин күпме генә туҡмамаһындар, Зина бер һүҙ ҙә әйтмәй. Бер ваҡыт һорау алған саҡта ул өҫтәлдә ятҡан пистолетты күреп ҡала. Шул ҡоралды етеҙ генә ҡулына эләктереп, тәүҙә гестаповсыны атып үлтерә. Тауышҡа килеп ингән фашистар ҙа юҡ ителә. Йәш кенә ҡыҙ балаға ҡайҙан килгәндер шул тиклем ҡыйыулыҡ? Зина ҡасырға уйлай, ләкин, үкенескә ҡаршы, уны фашистар тота.
Зинаны өс ай буйына вәхшиҙәрсә язалайҙар, ләкин ул бирешмәй. Ҡыйыу, көслө рухлы пионерҙан бер һүҙ ҙә әйттерә алмайҙар. 1944 йылдың 10 ғинуарында сәсе ағарған, һуҡырайған ҡыҙҙы Полоцк төрмәһендә атып үлтерәләр.
Зина Портноваға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Батырҙың исемен мәңгеләштереп, Санкт-Петербургтағы бер урам уның исемен йөрөтә. 1968 йылдан 2000 йылға тиклем Алыҫ Көнсығыштағы диңгеҙ пароходсылығында «Зина Портнова» тигән судно булған. Оболдә (Белоруссия) Зина Портнова исемендәге урам һәм мәктәп бар.